Йөрәк ҡушыуы буйынса27.08.2013
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Ҡатнашыусылар


Меценатлыҡ тураһындағы хикәйәнең геройҙары итеп нефтселәрҙе һайларға булдыҡ. Эшҡыуарлыҡтың был тармағына ҡарата һәр кемдең үҙ фекере бар: күптәр “нефть долларҙарын ғәҙеллек буйынса бүлеүгә” ҡаршы килмәҫ ине. Ер аҫты байлыҡтарының ниндәй ауырлыҡ менән табылыуын белгән нефтселәр быға башҡаса ҡарашта.
— “Башнефть” — Башҡортостан еренән нефть сығарыусы, һуңынан уны һатыусы предприятие ғына түгел. Ул — социаль яҡтан да яуаплы компания. Тап республика биләмәһендә тормошҡа ашырылған социаль һәм хәйриә программалары күләме, шәфҡәтлелек маҡсатында кире ҡайтарылмай торған ярҙам аҙ аҡса менән иҫәпләнмәй. Был айырыуса объектив сәбәптәр арҡаһында финанс ауырлыҡтары кисергән биләмәләргә ҡағыла, — ти “Башнефть” АНК-һы президенты Александр Корсик. — Беҙ үҙебеҙҙе Башҡортостан граждандары тип һанайбыҙ, тип әйткәйнем инде. Республика халҡының яҡшы йәшәүе беҙҙең өсөн бик мөһим.
2009 йылда Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Система” АФК-һы хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеү төҙөнө, унда нефтселәрҙең республикалағы район һәм ҡалаларҙа социаль инфраструктура үҫеше проекттарын финанслау буйынса ниәттәре билдәләнде. Шунан башлап 2012 йылға тиклем “Башнефть” компанияһы Башҡортостандың 33 районында һәм биш ҡалаһында социаль объекттар төҙөүгә, реконструкциялауға биш миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр тип спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология өлкәләре билдәләнгән.

Яуаплылыҡ сараһы


Бер генә тапҡыр булһа ла хәйриә темаһын өйрәнгән хәбәрсене “Объекттарға ниндәй талап буйынса ярҙам күрһәтелә һуң?” тигән һорау ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр. Бында дөрөҫ яуап бер генә – йөрәк ҡушыуы буйынса. Изге эш ҡылыу үҙеңде күрһәтеү өсөн түгел, ә иң изге уй-ниәттәр менән башҡарыла. Әгәр ярҙам иткән өсөн кешеләр үҙ рәхмәтен белдерергә теләй икән, быға бер кемдең дә ҡаршы килергә хоҡуғы юҡ.
Күптән түгел Ишембайҙа капиталь ремонт үткәреп яңыртылған ҡатнаш типтағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһында эшләүселәрҙең, унда йөрөгән балаларҙың шатлығының сиге булманы. Бинаны реконструкциялау буйынса сығымдарҙың 17,2 миллион һумын, йәғни 60 процентын нефтселәр үҙ өҫтөнә алған. Баһалап бөткөһөҙ ярҙамға рәхмәт йөҙөнән балалар баҡсаһы хакимиәте ата-әсәләр менән берлектә ихатала нефть вышкаларының бәләкәй макетын ҡуйырға ҡарар иткән.
Балалар баҡсаһы мөдире Елена Михайлованың һүҙҙәренә ҡарағанда, бина 10 йылға яҡын ташландыҡ хәлдә булған. Хәҙер, капиталь ремонттан һуң, ул контроль һәм күҙәтеү органдарының бөтә талаптарына ла яуап бирә. Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн баҡса тейешенсә йыһазландырылған, хатта тренажер залына тиклем булдырылған.
Балалар баҡсаһында ике төркөм эшләй, һәм унда телмәр үҫеше боҙолғандар ҙа йөрөй. Һәр ҡайһыһы менән белгестәр, шул иҫәптән психологтар айырым шөғөлләнә. Үткәрелгән дәрестәр һөҙөмтәһендә балалар үҫеш буйынса тиҫтерҙәрен тиҙ ҡыуып етә.
Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында 150 йыл элек тиерлек төҙөлгән элекке мәктәп урынына яңы урта мәктәп барлыҡҡа килгәс тә уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың ҡыуанысы ҙур булды. Был төҙөлөшкә “Башнефть” 35 миллион һум аҡса сарыф иткән. Тап яңы мәктәптең барлыҡҡа килеүе ауылды йәнләндереүгә, урындағы халыҡтың башҡа райондарға күсенеүен туҡтатыуға булышлыҡ итеүе халыҡты шикләндермәй. Ә элек был урында республикалағы иң иҫке мәктәптәрҙең береһе урынлашҡайны. Яңы бина яҡшы итеп йыһазландырылған — хатта айырым информатика класы бар, һәр компьютер Интернетҡа тоташтырылған.
Ошо уҡ райондың Исем ауылында урындағы мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалды, быға “Башнефть” компанияһы 78 миллион һум аҡса бүлде. Яңылыҡ тирә-яҡтағы ете ауылда йәшәүселәр өсөн дә ҙур ҡыуаныс булды. Күрше ауылдарҙан уҡыусыларҙы Исемдәге мәктәпкә махсус автобус йөрөтәсәк, бының өсөн йылы гараж төҙөлгән.
— 1 сентябрҙә беҙ мәктәпте тулыһынса файҙалана башлаясаҡбыҙ, — тип ихлас шатлана мәктәп директоры Татьяна Кузнецова. — Быйылғы сығарылыш менән хушлашыу кисәһен яңы тамаша залында уҙғарҙыҡ. Беләһегеҙме, улар яңы шарттарҙа уҡыу өсөн генә лә икенсе йылға ҡалырға әҙер булыуҙары тураһында әйтте.

Сәләмәтлек һағында


Өфөләге яңыртылған Спорт һарайы һәм “Өфө-Арена” боҙ һарайының икенсе сираты ҙур спорт объекттары араһында айырым урын биләй. Уларҙы төҙөү һәм реконструкциялауға “Башнефть” компанияһы ярты миллиард һум аҡса бүлгән. Тиҙҙән дөйөм республика әһәмиәтендәге был спорт ҡоролмалары рәтенә Мишкәләге ике ҡатлы Паралимпия спорты үҙәгенең икенсе сираты ла өҫтәләсәк. Төҙөлөш әле эшләп килгән, физик мөмкинлеге сикле кешеләргә иҫәпләнгән спорт комплексы эргәһендә алып барыла.
Республикалағы тағы бер спорт объекты — Шишмә ҡасабаһындағы бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Нефтселәр уны төҙөүгә 164,5 миллион һум аҡса күсерҙе. 5100 квадрат метр майҙанлы дүрт ҡатлы бина сәғәтенә 180 кешене хеҙмәтләндереү өсөн иҫәпләнгән. Ҙур бассейн һәм спорттың һәр төрө өсөн айырым залдар районға яңы уҡыу йылы уңайынан ҙур бүләк буласаҡ.
— 1 сентябргә был комплексты файҙаланыуға тапшырырға планлаштырабыҙ, — ти ғорурлыҡ менән Шишмә районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Камил Уразмәтов. — Бында райондың барлыҡ балалары ла шөғөлләнә аласаҡ. Беҙ уларҙы төрлө спорт ярыштарына график буйынса мәктәп автобустарында килтерергә планлаштырабыҙ. Күп балалар үҙҙәренә спорт дисциплиналарын һайлап та ҡуйҙы инде. Улар яңы үрҙәр яулай башлар өсөн спорт комплексының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Халыҡтың һаулығы тураһында һөйләгәндә дауалау учреждениеларын да оноторға ярамай, сөнки, үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе бигүк яҡшы торошта түгел. Әммә яңыртып төҙөлгәндәре, шул иҫәптән “Башнефть” АНК-һының финанс ярҙамы менән һалынғандары, йылдан-йыл арта. Күптән түгел Стәрлебаш ауылында яңы дауалау корпусы асылды. Хәҙер урындағы дауахана медицина хеҙмәтләндереүе сифатының яңы кимәленә сыҡты. Операцияларҙы урындағы табиптар ғына түгел, махсус рәүештә Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан килгән докторҙар ҙа эшләй.
— Беҙҙең дауаханаға йылына 900-ҙән ашыу кеше килә, — тип һөйләй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәнис Ғабдрахманов. — Был корпуста хирургия һәм гинекология бүлексәләре, реанимация палатаһы, бала табыу йорто һәм ҡабул итеү бүлмәһе бар. Хәҙер беҙ район халҡына тулыһынса медицина ярҙамы күрһәтә алабыҙ.
Ауырғазы районының үҙәге Талбазы ауылы дауаханаһының яңы төҙөлгән дауалау корпусында ла — һәр ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ. Уны реконструкциялауға “Башнефть“ АНК-һы 50 миллион һум бүлгән. Был дауахана федераль трасса янында урынлашҡанға күрә, юлда ҡазаға тарыған кешеләргә тиҙ арала һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү ихтыяжы йыш тыуа.
Быйыл Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы “Башнефть” ярҙамы менән күсереп йөрөтмәле заманса рентген хирургия аппараты һәм яңы операция өҫтәле аласаҡ.
“Башнефть” АНК-һы вәкилдәре фекеренсә, райондарҙы һыу менән тәьмин итеү сифатының яҡшырыуы ла мөһим әһәмиәткә эйә. Быйыл нефтселәр Асҡын районының Ташлыкүл һәм Көнгәк, Илеш районының Түбән Сереккүл ауылдарында һыу менән тәьмин итеү өсөн скважиналар быраулай.
“Башҡортостан шишмәләре” программаһы буйынса райондарҙа 20-нән ашыу һыу сығанағы тергеҙелгән, 122 миллион һумға ауылдарҙағы һыу менән тәьмин итеү системалары реконструкцияланған һәм капиталь ремонтланған.

Мәҙәни революция


Бөгөн иң элек бюджет учреждениеларына ҡараған мәҙәни объекттар ярҙамға мохтаж. «Башнефть» АНК-һы уларҙың бик кәрәк икәнлеген иҫәпкә ала. Һуңғы йылдарҙа ғына Иҫке Балтас ауылындағы район мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт үткәреүгә 20 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Ул хәҙер — ысын мәғәнәһендә сәнғәт һарайы. Бында һөнәри кимәле менән хатта баш ҡала белгестәрен һоҡландырған ижади коллективтар эшләй.
Быйыл ярҙам күрһәтеләсәк мәҙәни объекттар исемлегендә Асҡын районындағы балалар ижады үҙәге, Дүртөйлө районындағы В.Н. Горшков исемендәге кинотеатр, Шаран ауылындағы йәштәр үҙәге бар. Ҡариҙел районының бер нисә ауылындағы мәҙәниәт йорттарында энергияны һаҡлау буйынса комплекслы программаға ярашлы йылытыу системаларын да яңыртасаҡтар.
“Башнефть” компанияһы вәкилдәре Өфө ҡалаһында мәсет һалыуҙа ла ҡатнаша. Иман йортон төҙөп бөтөү Башҡортостан халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрам буласаҡ. Күптән түгел Алла анаһы сиркәүен реконструкциялау өсөн дә нефтселәр тарафынан 60 миллион һум аҡса күсерелгәйне.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Киләсәккә пландар


— Ҡоролған ниәттәр бик ҙур. “Система” хәйриә фонды менән Башҡортостан Республикаһының маҡсатлы социаль программалар фонды араһындағы килешеү буйынса “Башнефть” компанияһы шәфҡәтлелеккә 2013 йылда 1,1 миллиард һум аҡса бүләсәк. Финанс ярҙамы төҙөлөп бөтөлмәгән һәм шулай уҡ яңы проекттарға йүнәлтелә.
Объекттар исемлеге һәм күсереләсәк аҡса күләме йыл һайын финанстар графигында теркәлеп, төбәктең хакимиәт башлығы тарафынан раҫлана. Беҙ, беренсе сиратта, теге йәки был районда йәшәүселәрҙең ихтыяждарын иҫәпкә алабыҙ. Дәүләт власы вәкилдәре менән аныҡ объекттар тураһында фекер алышабыҙ һәм финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса уртаҡ ҡарарға киләбеҙ, — ти «Система» АФК-һы хәйриә фондының Өфөләге филиалы директоры Рушан Сәйетов.


Вернуться назад