Ер байлыҡтарына юл һалыусылар27.08.2013
Ер байлыҡтарына юл һалыусыларТотош ауыл менән бер һөнәргә тоғро ҡалып, атай-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеүселәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Ундайҙарҙың булыуына күптәр ышанмайҙыр ҙа, бәлки. Әммә бына Бүребайҙа шахтерҙар ҡасабаһы, шахтерҙар төйәге, шахтерҙар династияһы тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Быға берәү ҙә һис аптырамай. Дөрөҫө шулай булғас.
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – республикала ғына түгел, ил күләмендә лә иң тотороҡло предприятиеларҙың береһе. 1930 йылда тау тоҡомонан алтын айырып алыу фабрикаһынан эш башлаған комбинат, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһын тулыландырып, бөгөн холдингтың терәк йәмғиәте иҫәпләнә.
Ер байлыҡтарына юл һалыусыларТау сәнәғәте – Хәйбулла районы тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә тармаҡтарҙың береһе. Ошо көнгәсә уңышлы эшләп килгән 350 метр тәрәнлектәге «Октябрь» ер аҫты руднигынан тыш, бында “Көньяҡ” шахта үҙәген төҙөү бара. Эште “Гай тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡара. Үҙәктең проект тәрәнлеге – 492 метр. Планға ярашлы, “Көньяҡ” шахта үҙәгенең сәнәғәт майҙансыҡтары объекттарын файҙаланыуға тапшырыу киләһе йылға билдәләнһә лә, горизонталь тау ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу урындарында проходкалау эштәре 2016 йылда ғына тамамланасаҡ, тип фаразлана. Төҙөлөш өсөн былтыр 240 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл 131 миллион һум файҙаланылған. Бер кемгә лә сер түгел: комбинаттың киләсәгенә тотош Бүребай ҡасабаһының инфраструктураһы, социаль тармаҡ торошо ныҡ бәйле. Комбинатта эшләүселәрҙең күпселеген урындағы халыҡ тәшкил итә. Бына ни өсөн Бүребайҙы халыҡ “Шахтерҙар ҡасабаһы” тип йөрөтә. “Бүребайҙа тыуғанһың икән, тимәк, һин шахтерһың”, – тип тә ебәрә ҡайһы берәүҙәр.
Бөгөн комбинаттың сағыу йылъяҙмаһын әллә күпме ғаилә династиялары биҙәй. Мәҫәлән, Байғужин, Туғыҙбаев, Әминев, Аҡылов, Түләшев, Ильясовтарҙың өсөнсө һәм дүртенсе быуындары ер аҫты байлыҡтарына юл һала. Шахтерҙар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәрҙәң береһе Әхмәҙи Аҡылов менән яҡындан танышып, “ер аҫты батшалығы”ндағы хәлдәр тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. Оҙаҡ йылдар шахтер-проходкалаусы булып эшләгән ағай, шахта тормошон ярайһы ғына белеүебеҙҙе күреп, бер аҙ аптырап та ҡалды шикелле. Бынан ике йыл элек 360-сы ҡатламда булыуыбыҙҙы белгәс, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, әңгәмәгә ихлас ҡушылды.
Билдәле булыуынса, шахтер һөнәре – донъяла иң хәүефлеләрҙең береһе. Улар араһында осраҡлы кешене осратыуы ҡыйын. Көслө рухлылар, ҡыйыуҙар ғына һөнәренә ғүмерлеккә тоғро ҡала. Атаһының юлын дауам итергә баҙнат ҡылғанда Әхмәҙи Аҡыловҡа ни бары 17 йәш була. Бүребай мәктәбен тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ комбинатҡа эшкә килә. Бер йылдан һуң әрме хеҙмәтенә алына. Украинала ике йыл һалдат һурпаһын һемергәндән һуң йәнә шахтерҙар төйәгенә ҡайта, “Октябрь” ер аҫты руднигына проходкалаусы булып урынлаша. Был һөнәр эйәләренең шахтала иң тәүге юл һалыусылар булыуын күптәр белә, эштең ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнлеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер.
– Беҙ ер аҫтына тәүгеләрҙән булып юл һалабыҙ, шуға күрә үҙеңде физик яҡтан әҙерләү ҙә, сабыр һәм түҙемле булыу ҙа кәрәк, – ти геройым.
Бергә эшләгән иптәштәреңдең ышаныслы булыуы ла үтә мөһим, сөнки шахта бәлә-ҡазаларҙан азат түгел. Тау ҡатламының емерелеүенән тыш, һис көтөлмәгән хәүефтең һағалауы ла ихтимал. Шуға күрә ер өҫтөнән әллә күпме тәрәнлектә эшләү өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, ихтыяр көсө лә кәрәк.
Таусы һөнәренең барлыҡ ауырлығын бала саҡтан үҙ елкәһендә татыған Әхмәҙи Аҡылов данлы шахтерҙар династияһын дауам итеүенә сикһеҙ шат. Олатаһы Хәмзә Дәүләтбаев мәғдәнде асыҡ ысул менән тапҡан осорҙа эшләгән. Уның улы Әүхәҙи Дәүләтбаев (Аҡылов – уның ҡатынының фамилияһы. Ата-әсәһе илле йылға яҡын бергә йәшәһә лә, законлы никахта тормағанлыҡтан, балалары әсәһенең фамилияһын йөрөтә. – Авт.) хеҙмәт юлын асыҡ карьерҙа быраулау ҡоролмаһы машинисы булып башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында таусы һөнәре серҙәрен үҙләштерә. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, атай-олатайҙарының юлын дауам итеп, оҙаҡ йылдар шахтала тир түккән Әхмәҙи Аҡыловтың улы Илнур ҙа бөгөн «Октябрь» ер аҫты руднигында эшләй. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын уңышлы тамамлаған егеттең тәүәккәл аҙымын барыһы ла хуплай. Бигерәк тә өләсәһе Сания апай ейәненең данлы таусылар династияһына тоғро булыуына шатлана. “Эшкә киткәндә имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылам, Хоҙайҙан һаулыҡ-түҙемлек һорайым”, – тип, улы һәм ейәне өсөн хафаланыуын йәшермәй. Үҙ ғүмерендә шахтер һөнәренең барлыҡ ауырлыҡтарын татырға, тормош иптәшенең эштән ҡайтыуын көтөп, әллә күпме йоҡоһоҙ төн үткәрергә тура килгән бит уға.
Әйткәндәй, Гүзәл Әүхәҙи ҡыҙы Түләбаева ла хеҙмәт юлын шахтала башлап, әле тау-байыҡтырыу фабрикаһында эшләй. Аҡыловтарҙың данлы династияһына йәнә бер сағыу биҙәк өҫтәләсәк: ҡыҙҙары Ленаның улы Ғәзинур Абдуллин, Бүребай урта мәктәбен уңышлы тамамлап, ошо көндәрҙә Мәскәүҙәге тау университетына уҡырға инде. Тимәк, быуындар сылбыры өҙөлмәй.

Хәйбулла районы.


Вернуться назад