Учалы ҡалаһының 50 йыллығын ҙурлап ҡаршылауҙары, әҙерлек сараларының быйыл 1 февралдә үк рәсми башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә үткән юбилей тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Республика башлығы төбәктең социаль һәм етештереү объекттарында ла булды.
Капиталь ремонттан һуң асылған “Ветеран” клубында Рөстәм Зәки улын әүҙемдәрҙән бер төркөм көтә ине. Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы 20 меңдән ашыу кешене берләштерә. Ойошма оло йәштәгеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау йәһәтенән бихисап эш башҡара. Форсаттан файҙаланып, тыл ветераны Рәшит Әхмәтйәнов Башҡортостан Президентына үтенесен белдерҙе: ҡаланан бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы Иманғол ауылы юлына капиталь ремонт талап ителә. Республика етәксеһе был мәсьәләне етди иғтибарға алды һәм тейешле күрһәтмә бирҙе. Ветеран ауыл хужалығына ҡағылышлы киҫкен мәсьәләләрҙе лә күтәреп сыҡты.
Учалы ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркында төбәк һөнәрмәндәре “Оҫталар ҡалаһы” тип исемләнгән ҙур күргәҙмә ойошторғайны. Республика башлығы халыҡ оҫтаһы, рәссам Әмир Шакировтың, пейзаждар яҙыусы Фәһим Монасиповтың эштәре менән танышты. Парк үҙе ҙур үҙгәрештәр кисерә. Мәҫәлән, биләмәһен киңәйтеү йәһәтенән һаҙлыҡлы урындарға тупраҡ һалынған, киләсәктә унда халыҡҡа ял итеү өсөн киң мөмкинлектәр булдырыласаҡ. Әйткәндәй, паркты төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 25 миллион һум аҡса бүленгән. Тәүге һөҙөмтәләрҙе сентябрҙә күрергә мөмкин буласаҡ, ә киләһе йыл бында йәйге эстрада төҙөргә, иҫке аттракциондарҙы алмаштырырға тейештәр.
Президент “Таусы” стадионының яңыртып төҙөлөүен, боҙ аренаһы, ҡала дауаханаһында гемодиализ һәм рентген-компьютер томографияһы бүлектәре асылыуын, 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөүен ыңғай баһалап үтте. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, балалар баҡсаһы бинаһын бынан бер йыл элек төҙөй башлаған булғандар. 140 миллион һумлыҡ объект июлдә үк сафҡа индерелергә тейеш булһа ла, бында эштәр һаман тамамланмаған. Ҡыйығы ябылмаған бинала эске эштәрҙе башҡарғандар, һөҙөмтәлә оҙайлы ямғырҙар барлыҡ тырышлыҡты юҡҡа сығарған.
– Балалар өсөн башҡарылған эштең сифаты иң юғары кимәлдә булырға тейеш, – тип билдәләне республика башлығы һәм көҙ аҙағына тиклем төҙөлөштө тамамларға ҡушты.
Учалыла етештереү тармағының йылдам үҫеүе, яңы предприятиелар асылыуы ла Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
– Ҡаланың монопрофилле булыуынан ситләшергә кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр бар: яңы предприятиелар төҙөлә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешә, инвесторҙар килә. Мәҫәлән, “ТЕХНОПЛЕКС” заводы яҡшы үҫешә. Проект буйынса объекттың хаҡы 255 миллион һумға баһаланһа, төҙөлөш тауарҙары етештереүсе яңы предприятие декабрҙә эшләй башлаясаҡ тип көтөлә. Бында 25 кешегә яңы эш урыны булдырыласаҡ.
…Учалы, һис шикһеҙ, таланттар төйәге булараҡ та билдәле. Был бәрәкәтле ерҙән республика ғына түгел, Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған күренекле шәхестәр сыҡҡан. Йыр-моңға ғашиҡ, дәрт-дарманлы, күтәренке рухлы, булдыҡлы халыҡ йәшәй зәңгәр күлдәр, мәғрур тауҙар иле Учалыла. Байрам тантанаһы ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатланы: ҡала көнө юғары кимәлдә, матур үтте.