Бармы һеҙҙең арағыҙҙа сая һәм ҡыйыу егеттәр? Ә бына Сибайҙа улар күптәр. Ҡайҙа тиһегеҙме? Әлбиттә, шахтала!
Сибай тау – байыҡтырыу комбинатының ер аҫты руднигында төп көстө йәштәр тәшкил итә тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Таусылар ҡалаһында ер аҫты һөнәрмәндәре хаҡында тик яҡшы һүҙ генә ишетерһегеҙ.
Тау сәнәғәте белгестәрен әҙерләүсе Сибай политехник колледжының уңышлы эшләүе таусы һөнәренең абруйын арттыра. Ринат Солтанов, тап ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, бөгөн ер аҫты руднигының 9-сы участкаһында тау мастеры булып эшләй.
Ул үҙенең хеҙмәт юлын рудникта нығытыусы һөнәренән башлай. Йыл ярымдан булдыҡлы егетте смена мастеры итеп үрләтәләр. Бик тырыш, ҡушылған эште еренә еткереп башҡарыуы менән коллективта тиҙ арала ихтирам ҡаҙанған Ринат Солтановҡа тау мастеры вазифаһы йөкмәтелә. Эшенең ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнлеген тойһа ла, йәш белгес һис тә юғалып ҡалмай. Үҙ сменаһын алдынғы сафҡа сығарыу, хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырыу буйынса туҡтауһыҙ эҙләнә, төрлө юлдарҙы өйрәнә.
Һәр кем үҙ һөнәрен яратып башҡарһа ғына, ниндәйҙер уңышҡа ирешә ала”, – ти йәш шахтер .
Һөнәрҙең осраҡлы кешеләрҙе үҙ итмәүен иҫәпкә алғанда, егеттең һүҙҙәрендә хәҡиҡәт тулыһынса ярылып ята. Көс тә, түҙемлелек тә, аҡыл да талап иткән ауыр эштән ял иткәндә Ринат Солтанов дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағына сығырға, балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Шахтала уның кеүек тырыш егеттәр булғанда, таусылар ҡалаһына нигеҙ һалған комбинаттың ер аҫты руднигында эштәр киләсәктә лә уңышлы барырына ышаныс ҙур.
Сибай ҡалаһы.