Килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшер сәбәп тә, башҡарылған эштәр, тупланған тәжрибә лә етерлек. Шулай уҡ хәл итәһе проблемалар ҙа бар. Ә быларҙың барыһын да мәғлүмәт сараларынан тыш атҡарып сығып булмай. Тейешле ойошмаларҙа ни генә эшләргә тырышмаһындар, ниндәй генә яңылыҡ индермәһендәр, мәғлүмәт халыҡҡа еткерелеп, ике арала бәйләнеш, аңлашыусанлыҡ булмаһа, уйланылғандар тормошҡа ашмаясаҡ.
Съезд башҡа рәсми ҡор, йыйындарға оҡшамағайны. Уны ойоштороусылар отошло юл һайлаған: тәүге көндә ҡунаҡтар "түңәрәк өҫтәл" артында әңгәмәләшһә, икенсе көнөнә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя исемлегенә индерелгән "Башҡорт Уралы" биосфер резерватына — Мораҙым тарлауығына юлланды. "Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү бик йәнле барҙы. Шулай булмай ни, унда ведомство етәкселәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербургтан, күрше Татарстан, федераль округка ингән башҡа төбәктәрҙән дә экологтар, журналистар йыйылғайны.
— Республика сәнәғәт буйынса үҫешкән төбәктәргә инә: көньяҡ-көнбайышта нефть сығарыу, эшкәртеү төп урынды алып торһа, Урал аръяғында ҡаҙылмалар сығарыу, мәғдән байыҡтырыу алға киткән. Шулай булғас, экологик яҡтан ҡарағанда, проблемалар ҙа аңлашыла, — тип башланы сығышын Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. — Республикала бөтәһе 13 меңдән ашыу һыу объекты, ике меңдән артыҡ күл, меңләп быуа, һыу һаҡлағыс иҫәпләнә.
Илдар Рим улы экология мәсьәләләрен хәл итеү менән бер рәттән, тәбиғи байлыҡты тейешенсә файҙаланыу буйынса башҡарылған аныҡ эштәргә туҡталып, был йәһәттән Башҡортостанда нимәләр эшләнеүе һәм планлаштырылыуы тураһында һөйләне.
— Сәнәғәт үҫешергә тейеш, шул уҡ ваҡытта кеше үҙ һаулығын һаҡлау өсөн экологик проблемаларҙы ла белергә бурыслы. Халыҡҡа уны аңлатыуҙы матбуғат саралары даими алып бара, тәжрибә етерлек. Республикала, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы, алты телдә үҙаллы гәзит-журнал сыға, телевидение тапшырыуҙары ойошторолған. Экология мәсьәләләре төп темаларҙың береһе булып тора, — тине сығышында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы начальнигы Борис Мелкоедов.
Уртаға һалып һөйләшер һүҙҙәр, фекерҙәр күп булды. Тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын хәл итеү өсөн ведомстволар менән халыҡ араһында килешеп, һөйләшеп эшләү мөһимлегенә туҡталып, Федерация советы рәйесе эргәһендәге агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу эштәре буйынса совет ағзаһы Владислав Жуков былай тине:
— Хәҙер халыҡ мәғлүмәтте төрлө ерҙән ала. Әйтергә кәрәк, бик үк дөрөҫлөккә тап килмәгәнен дә. Шуға ла урындарҙа экологик мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарға кешеләр тейешле яуап алһын өсөн йәмәғәт ҡабул итеүҙәре ойошторорға кәрәк.
"Рециклинг отходов" (Санкт-Петербург ҡалаһы) журналының баш мөхәррире Галина Цуцкарева иһә һауаға, ер-һыуыбыҙға килтерелгән зыян тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе, төбәктәрҙә экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа килеп тыуған проблемаларға туҡталды. Татарстандың Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Айгөл Әмирова иһә үҙҙәренең был өлкәләге тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ҡыҫҡаһы, сығыш яһаусыларҙың әйтер һүҙҙәре матбуғат саралары аша халыҡҡа дөрөҫ, тулы мәғлүмәт еткереүгә кәрәклегенә ҡайтып ҡалды. Тик ике арала аңлашыусанлыҡ булғанда ғына ил иҡтисадын күтәрергә, ошо уҡ ваҡытта экологияға зыян килтермәйенсә эшләү юлын табырға мөмкин. Съездың Рәсәйҙә Экология, Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында һәм тәүгеһенең нәҡ Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Алда телгә алғанса, башҡарылған эштәр ҙә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә, бурыстар ҙа етерлек. Йыйын ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн тағы бер аҙым яһалды...