Бергәләп эшләмәксебеҙ24.08.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәте Һамар һәм Һарытау өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы етәксеһе Сергей Митюшин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Әйткәндәй, ул был вазифаға 11 июлдә генә тәғәйенләнгән.
Был идаралыҡҡа буйһонған бүлексә беҙҙең республикала ла бар. Генерал-майор Митюшиндың хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында “Өфө” халыҡ-ара аэропортында терминал һәм дәүләт сиге аша үткәреү пункты төҙөү мәсьәләләре тикшерелгән.
— Беҙ республика Президенты менән осрашып таныштыҡ, әңгәмә барышында бергәләп хәл итәһе мәсьәләләргә ҡағылдыҡ. Беренсе сиратта, был — аэропортты реконструкциялау. Эш бөгөнгө көндә башланып тора һәм 2015 йылдағы ШОС һәм БРИКС саммиттарына тамамланырға тейеш. Беҙ үҙебеҙҙең хеҙмәт йүнәлеше буйынса килеп тыуған мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм эшлекле хәл итергә һөйләшеп килештек. Республика етәксеһе әлеге мәлдә сик буйы һаҡсыларының ниндәй проблемалары булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Әлегә ҡырҡыу проблемалар юҡ. Беҙ үҙ-ара аңлашыу таптыҡ һәм артабан бергә эшләйәсәкбеҙ, — тине Сергей Митюшин.


Вернуться назад