Рәхәткә лә тиҙ күнегербеҙ24.08.2013
Рәхәткә лә тиҙ күнегербеҙӨфөгә килгән һәр кем яҡшы тоялыр: баш ҡалабыҙ көн һайын тиерлек яңырыу кисерә. Кешеләр заманса, бөтә уңайлыҡтары булған мегаполиста йәшәһен өсөн күп эштәр башҡарыла.
Үҙгәрештәр бихисап: мәҫәлән, Өфөнөң Дим биҫтәһенә ингән урында яңы күперҙең файҙаланыуға тапшырылыуы халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡ тыуҙырасаҡ. Уны асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, ғәйәт ҙур эште башҡарған төҙөүселәр ҡатнашты.
– Төҙөүселәр үҙ эшен профессиональ кимәлдә, ваҡытында башҡарып сыҡты. Икеләнмәгеҙ, беҙ бындай мөһим объекттарҙы төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Өфөнө яңыртыу – көн талабы, халыҡҡа уңайлыҡтар булдырыу мөһим. Ҡалала бер нисә күпер, яңынан-яңы юлдар төҙөләсәк әле. Кешеләр уңайлы мөхиттә йәшәргә, кәрәк урынға имен-һау һәм ваҡытында барып етергә тейеш. Ә беҙ бының өсөн хәлебеҙҙән килгәндең бөтәһен дә эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ысынлап та, электән юлдағы тығындарҙан йонсоған Дим биҫтәһе халҡы өсөн күперҙең төҙөлөүе үтә лә шатлыҡлы ваҡиға. Бигерәк тә автоһәүәҫкәрҙәр өсөн.
Юл үткәргес төҙөлөшө 1 миллиард 634 миллион һумға барып баҫҡан. 1949 йылдан алып республикала һәм баш ҡалабыҙҙа бихисап төҙөлөш эшен башҡарған "30-сы мостоотряд" етәксеһе Павел Рабухин һөйләүенсә, бөгөн эштәр тулыһынса тамамланған, бары тауыштан һаҡлаусы экрандар ғына ҡуяһы ҡалған.
Рәхәткә лә тиҙ күнегербеҙ– Халыҡтың юл йөрөгәндә яфаланғанын күреп, заман талаптарына яуап биргән юл үткәргес проекты тиҙ арала эшләнде. Тәүге өлөшөн былтыр асҡайныҡ, бына, ниһайәт, быйыл эште тамамлауға өлгәштек. Хәҙер Өфө – Дим биҫтәһе юлын төҙөкләндереү күҙ уңында тотола: ул тулыһынса тиерлек яңыртыласаҡ һәм киңәйтеләсәк. Өфөнән Дим биҫтәһенә боролған юл өлөшөн киңәйтеүҙе быйыл башларға торабыҙ. Ғөмүмән, тиҙҙән ҡала халҡы заманса, тигеҙ һәм хәүефһеҙ юлдарҙан йөрөй башлаясаҡ, – тип киләсәккә бурыстар менән дә уртаҡлашты Ирек Ялалов.
Халыҡҡа оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итһен, бында бер ниндәй ҙә күңелһеҙ юл ваҡиғалары теркәлмәһен тигән теләк менән күпер өҫтөндә шампань шарабы ла урғылды. Бөтәһе лә тантананан яҡшы кәйеф һәм күтәренке күңел менән таралышты.


Вернуться назад