Ғәрәптәр бергә эшләргә әҙер23.08.2013
Ғәрәптәр  бергә эшләргә әҙерРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән килгән “Invest AD” компанияһының генераль директоры Нәзим Фәүәз Әл-Кудси менән осрашты. Улар төрлө өлкәлә инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген тикшерҙе.
— Беҙ һеҙҙең фондтың эшмәкәрлеге, ниндәй ҙур эш алып барыуығыҙ хаҡында беләбеҙ. Әлбиттә, һеҙҙең менән берлектә ресурстар йәлеп итеү йәһәтенән эште ойошторорға теләр инек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙе тура инвестициялар ҙа, һәр төрлө фондтар булдырыу ҙа ҡыҙыҡһындыра. Берлектә эшләү алымдарын һәм формаларын тикшерергә мөмкин. Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы менән стратегик партнер икәнһегеҙ. Беҙ ҙә был банк менән һәйбәт мөнәсәбәттә. Ошо тәңгәлдә лә хеҙмәттәшлек итергә була. Берлектә эшләү өсөн бер нисә проект тәҡдим итә алыр инек.
— Бөгөн ошондай гүзәл республикала булыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Ғөмүмән, Рәсәйгә килеүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙең күп кенә хеҙмәттәштәр һәм таныштар тап бына һеҙҙең республикаға килергә тәҡдим итте. Берлектә эшләү өсөн төрлө йүнәлештәрҙе ҡарайбыҙ, — тине Әл-Кудси әфәнде.
Журналистарға биргән интервьюһында ул һаулыҡ һаҡлау һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелеүен билдәләне.
— Беҙ республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының алға киткән инфраструктураһын, Башҡортостанда тупланған тәжрибәне иғтибарға алабыҙ. Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен ҡараныҡ. Агросәнәғәттә Башҡортостандың мөмкинлектәре ярайһы уҡ киң. Республикала ғәмәлгә ашырылып килгән проекттар менән танышып, уларҙы баһаланыҡ. Бер нисәһендә ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарарға әҙербеҙ. Дөйөм алғанда, республика етәкселегенең инвесторҙар йәлеп итеү менән яҡындан ҡыҙыҡһыныуын күрҙек һәм байтаҡ проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашырға әҙербеҙ, — тип белдерҙе “Invest AD” компанияһы етәксеһе.


Вернуться назад