Инвестиция форумы үтәсәк21.08.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов быйыл 22–23 ноябрҙә “Урал аръяғы-2013” инвестиция форумын үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның төп маҡсаты — иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереп, Урал аръяғы иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү.
Ойоштороу комитетын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләй. Ул 1 сентябргә тиклем форумды әҙерләү һәм үткәреү буйынса төп саралар концепцияһы һәм планы проекттарын Хөкүмәткә тәҡдим итергә тейеш.
Хәтерегеҙҙә булһа, Урал аръяғы өсөн “Стратегия “25-20”: инструменттар, ресурстар һәм ғәмәлгә ашырыу юлдары” тигән девиз менән беренсе инвестиция форумы былтыр июндә Сибайҙа үткәйне.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте, район хакимиәттәре һәм инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек тураһында 7,6 миллиард һумлыҡ инвестициялар һалыуға 11 килешеү төҙөлгәйне. Әле ошо проект буйынса 830 миллион һум аҡса үҙләштерелгән.