Тәүге 1 миллион тонна иген әҙер21.08.2013
Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре, һауаның боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, тәүге 1 миллион тонна игенде һуғып алды.

— Сәсеү майҙанының 35 проценты йыйылды, — тип хәбәр итте республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. — Быйыл 3 миллион тоннанан артыҡ иген алырбыҙ, тип көткәйнек, ләкин йәй уртаһына тиклем ике ай самаһы дауам иткән ҡоролоҡ үҙгәреш индерҙе. Ҡалған майҙандан һәйбәт уңыш алырбыҙ һәм барлығы 2 миллион 400 тонна иген йыйырбыҙ, тип өмөтләнәм.
Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикаға был иген етәсәк: орлоҡҡа 500 мең тонна самаһы, фураж алыуға 1 миллион тонна һәм эшкәртеүгә 80 мең тонна иген етәсәк. Ҡалғаны он һәм ярма итеп эшкәртелеп, һатыуға сығарыласаҡ.


Вернуться назад