Һәр сәғәте иҫәпле17.08.2013
Республиканың Ғафури, Дәүләкән, Иглин, Шишмә һәм Шаран райондары бөртөклө ужымды йыйып алыуҙы теүәлләне. Шулай итеп, туғыҙ район — ужым урағын тамамлаусылар иҫәбендә.
Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ауырғазы, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Кушнаренко райондары һуңғы гектарҙарҙа эшләй. Тотош республика буйынса бөртөклө ужым 381,8 мең гектарҙа (88 процент) һуғып алынған. Борсаҡ иһә 21,4 мең гектарҙа (43 процент) йыйылған.
Көнбағыштан башҡа бөтә иген һәм ҡуҙаҡлы, шулай уҡ май культуралары 486 мең гектар майҙанда сабылған. Был планда ҡаралғандың 27 процентын тәшкил итә. Һуғылған майҙан — 473 мең гектар. Уртаса төшөм гектарынан 17,6 центнер тәшкил итә. Ужым иһә юғарыраҡ — гектарынан 18,2 центнер уңыш бирә. Шул уҡ ваҡытта Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ райондары баҫыуҙарынан 27-28-әр центнер иген йыялар.