Ужым игене сәселә16.08.2013
Республикабыҙҙың 42 районы ужым культуралары сәсә башланы. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле 30 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарылған, был — билдәләнгән күләмдең ни бары 5 проценты.
Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә һәм Тәтешле яҡтарында киләһе уңышҡа нигеҙ һалыу йылдам бара. Был райондарҙың һәр береһе ужымға бүленгән майҙандың 12–15 процентында сәсеүҙе тамамлаған.
Ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү менән бер рәттән башҡа баҫыу эштәре, шул иҫәптән орлоҡтарҙы ағыулау һәм ҡышҡылыҡҡа тупраҡты әҙерләү менән мәшғүл.
Республика хужалыҡтарында бөгөнгә 27 мең тонна орлоҡ (45 процент) ағыуланған. Туңға һөрөлгән майҙан иһә 60 мең гектар (5 процент) тәшкил итә.