Ямғыр ғына ҡамасаулай...07.08.2013
Республика баҫыуҙарында ураҡ эштәре дауам итә. Бөгөнгә 248 мең гектар майҙанда иген, ҡуҙаҡлы иген һәм майлы культуралар (көнбағышты иҫәпкә алмағанда) йыйылған (планлаштырылғандың 14 проценты), ә 228 мең гектарҙа һуғылған (13 процент). Бөрө, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондары игенселәре баҫыуҙарының биштән бер өлөшөндә ураҡты тамамлаған да инде.

Был төр культуралар буйынса уртаса уңыш кимәле гектарынан 17,9 центнер тәшкил иткән. Иң юғары күрһәткескә Стәрлетамаҡ аграрийҙары өлгәшкән – бында гектарынан 28,1 центнер уңыш йыйылған. Мәләүез һәм Саҡмағош райондары игенселәре уларҙан саҡ ҡына ҡалыша.
Республикала һуғылған ашлыҡ күләме 408 мең тоннаға еткән. Стәрлетамаҡ районында 41 мең тонна һуғылһа, Мәләүездә – 26,7, Саҡмағошта 21,3 мең тонна тәшкил иткән.
Үткән ял көндәрендә генә Башҡортостанда 35 мең гектар майҙанда уңыш йыйылһа, 34 мең гектарында һуғып та ҡуйылған. Ошо арауыҡта Балтас һәм Бөрө райондары игенселәре эш күрһәткестәрен 8 процентҡа, Благовещен, Ҡалтасы һәм Краснокама райондары – 7, Дүртөйлө, Тәтешле һәм Яңауыл райондары аграрийҙары 6 процентҡа яҡшыртҡан.
Ә ашлыҡ һуғыу буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә Балтас, Бөрө, Краснокама һәм Саҡмағош райондары игенселәре өлгәшкән – үҫеш 7 процент тәшкил итә. Ҡалтасы районы аграрийҙары иһә уларҙың үксәһенә баҫып килә.
Әммә баҫыу эштәренә ямғыр ҡамасау тыуҙыра – тап ошо сәбәптән республиканың 14 районында уңыш йыйыу эштәре бер аҙға туҡталып торған.

Ригат Хажиев, Саҡмағош районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы:
– Беҙҙә ураҡ эштәре планға ярашлы бара, бөгөн ашлыҡ 10 мең гектарҙан ашыу майҙанда һуғылған (22 процентҡа яҡын), 25 600 мең тонна иген йыйылған (гектарынан 25 центнер). Оҙаҡ ҡына ямғыр яуыуы бер аҙ ҡамасауланы, әммә ауыл хужалығында ураҡтан башҡа ла эштәр бихисап.
Әлбиттә, бөгөн ауыл хужалығының киләсәге борсолоу тыуҙыра. Мәҫәлән, Федераль үҙәктән "ҡасан төбәктәрҙәге аграрийҙарға аҡса бүленә башлаясаҡ?" тип һорағы килә. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү ҙә яҡшыға килтермәне, йылдар буйы төҙөлгәнде генә пыран-заран килтерә башланыҡ. Субсидиялар юҡ, сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ бөлә, игенде лә күптәр арзан ғына хаҡҡа булһа ла осороп ҡалырға тырыша. Республика етәкселеге хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа ла ул, ләкин аҡсаның күп өлөшөн Федераль үҙәк бүлә бит. Элек ашламаға, яғыулыҡҡа һәм башҡаһына субсидия бирелә ине, бөгөн уларҙан "елдәр иҫте".
Әммә, бер ҡаршылыҡҡа ла ҡарамай, ауыл эшсәндәре эшләүен дауам итә. Ләкин былай барһа, тиҙҙән эшсе ҡулдар ҙа табып булмаясаҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙағы хәл менән сағыштырғанда, беҙгә шөкөр итергә генә ҡала.


Вернуться назад