Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал03.08.2013
1 августан, “Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал” хөкүмәт программаһына ярашлы, “Башҡортостан продукты” проектын тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабы башланды.
Проектҡа хәҙер етештереүселәр генә түгел, шулай уҡ төбәк дистрибьюторҙары, сауҙа селтәрҙәре ҡушыла. Әле “Башҡортостан продукты” дипломдарын алған 44 предприятие бар. Силәбе, Ҡурған һәм Төмән өлкәләрендә төбәк-ара сауҙа программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла.
Краснокама районы хакимиәтендә ошо проектта ҡатнашыусыларҙың ултырышы булды. Һынау үҙәге директоры Виталий Черевков, “Башҡортостан продукты” проектының етәксеһе Сергей Зубов, шулай уҡ Өфө, Нефтекама ҡалаларынан, Туймазы, Ҡалтасы, Шаран, Миәкә, Бөрө райондарынан ваҡ сауҙа ойошмалары, дипломант предприятиелар, дистрибьюторҙар эшмәкәрлек йүнәлештәрен тикшерҙе, яңы программалар менән таныштырҙы. Белгестәр республика етештереүселәренең брендтарын үҫтереү, административ ҡаршылыҡтарҙы, сауҙа селтәренә инеүҙәге ҡыйынлыҡтарҙы бөтөрөү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Сергей Зубов реклама-мәғлүмәт материалдарының берҙәм стандартын эшләргә тәҡдим итте.