Әкиәткә тиң фермалар31.07.2013
Әкиәткә тиң фермаларЯҡшымбәт һөтсөлөк фермаһының алдынғы һауынсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Гөльямал Абдуллина "Искра" хужалығында 1979 йылдан бирле эшләй.

Хужалыҡ республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "500 ферма" маҡсатлы программаһына төбәктә тәүгеләрҙән булып ингән.
Биналарға заманса ремонт үткәрелгән, 200 баш һауын һыйыры аҫралған фермала һыуытҡыстар, һөт үткәргестәр урынлаштырылған, пластик тәҙрәләр, аҙыҡ өҫтәлдәре ҡуйылған, малсылар өсөн йыуыныу бүлмәләре, санузел эшләй. "Пенсиялағы элекке һауынсы апайҙар бөгөнгө ферманы күрһә, әкиәт донъяһына тиңләр ине", – ти Гөльямал.
Йәмғиәттең Яҡшымбәт фермаһында әле 900 баш мал аҫрала, шуның 200-ө – һауын һыйыры. Гөльямал әхирәттәре Әлфиә Мерәҫова, Гөлфиә Сурина менән көнөнә бер һыйырҙан 16 килограмм һөт һауып ала. Йәйләү осоронда продукция алыу күпкә артҡан, шуға ла хужалыҡ тәүлегенә 13 тонна һөт йыйып, "Аллат" компанияһына оҙата. Юлға сығымдар юҡ, сөнки компания әҙер продукцияны үҙ машинаһында килеп ала.


Вернуться назад