"Өфөводоканал" бурысҡа батҡан31.07.2013
Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы "Өфөводоканал" муниципаль унитар предприятиеһына бурысы һәм уны түләү графигын үтәмәгән өсөн электр энергияһы бүлеүҙе туҡтатты.

Компания мәғлүмәттәренә ҡарағанда, "Өфөводоканал"дың 216 миллион һум бурысы йыйылған. Апрель айында яҡтар уны ай һайын түләүҙе күҙ уңында тотҡан килешеүгә ҡул ҡуя. Әммә предприятие әлегә тиклем йөкләмәһен үтәмәй. 11 марттан 17 июнгә тиклем "Өфөводоканал" энергия ҡулланған өсөн ғәмәлдәге түләүҙе лә туҡтатҡан. 18 июндә 5 миллион һум аҡса күсерелгән. Ә предприятиеға ай һайын 45 миллион һумлыҡ ресурс тапшырыла.
Компания белдереүенсә, дебитор бурысының күп йыйылыуы арҡаһында компания генерация менән иҫәпләшеү өсөн кредит алырға, ә уның буйынса процентты киләһе осор тарифына ҡушырға мәжбүр.
— Беҙ "Өфөводоканал"дың автотранспорт цехында электр энергияһы тәьминәтен сикләнек. Бындай мәжбүри сара электр энергияһы өсөн ваҡытында түләгән кешеләр мәнфәғәтендә, айырым осраҡтарҙа ғына ҡулланыла, — тине компанияның башҡарма директоры Михаил Ширунов. — "Өфөводоканал" кеүек социаль әһәмиәтле объектта электр энергияһы өлөшләтә туҡтатыла. Ул халыҡҡа коммуналь хеҙмәт эшендә сағылыш тапмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта ҡаланың мөһим коммуналь объекттары: Үҙәк һыу үткәргес селтәрҙәр идаралығы, автотранспорт һәм механика цехтары, арматура йүнәтеү участкаһы электрһыҙ ҡалған.
"Өфөводоканал"дың матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, әле Өфөлә һыу тәьминәте туҡтатылмаған, әммә ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, диспетчерлыҡ хеҙмәттәренең, шулай уҡ хәл эҙемтәләрен бөтөрөү бригадаларының эше ҡатмарлашасаҡ.
Предприятие етәкселеге, бурыстың сәбәбе — финанс ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндермәгән, иҡтисади яҡтан нигеҙһеҙ тарифтар, тип аңлатма бирә.


Вернуться назад