Ҡымыҙсылар көс һынашты, милли эсемлеккә дан йырлап30.07.2013
Ҡымыҙсылар көс һынашты, милли эсемлеккә дан йырлапБорон-борондан башҡорт ҡымыҙ эсеп, уның файҙаһын, сихәтен тойоп, килгән ҡунаҡтарын ошо милли ризығы менән һыйлап ғүмер кисергән. Шөкөр, бөгөн дә ҡымыҙ күптәребеҙҙең өҫтәлендә иң түрҙән урын ала, уның даны төбәгебеҙҙә генә түгел, сит ҡитғаларҙа ла киң таралған. Ҡайҙа барма, ниндәй генә илдә ял итмә, Башҡортостандан икәнлегеңде белһәләр: "Ә, ҡымыҙығыҙ ифрат тәмле шул, уны эскәндән һуң тағы ла татығы килеп кенә тора", – тип юҡҡа маҡтамайҙар бит.
Башҡорт халҡының милли эсемлеге хәҙерге көндә – ысын мәғәнәһендә бренд. Йылҡысылыҡ та төбәктә киң таралған. Республикабыҙ Рәсәйҙә йылҡы һаны, ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләй, иң татлы ҡымыҙ ҙа фәҡәт беҙҙә бешелә. Бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында 125,5 мең баш йылҡы аҫрала.
Былтыр Йылайырҙа үткән VII республика ҡымыҙсылар бәйгеһендә Учалы районының "Юлдаш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеү яулап, төбәктә иң Ҡымыҙсылар көс һынашты, милли эсемлеккә дан йырлапсифатлы ҡымыҙ етештерелеүен иҫбатлағайны. Шуға ла VIII республика ҡымыҙсылар конкурсы нәҡ Учалыла үтте лә инде.
Бөгөн районда 5516 баш йылҡы булһа, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында – 2131, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 740, шәхси хужалыҡтарҙа 2645 ат аҫрала. Ниндәйҙер кимәлдә үҫеш тә күҙәтелә: былтыр, мәҫәлән, районда 5378 баш йылҡы малы теркәлгән. Уҙған алты ай эсендә 500 центнерға яҡын ҡымыҙ етештерелгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ҡымыҙ яһау бер аҙ кәмегән, әлбиттә. Бының төрлө сәбәптәре бар: ҡайһы бер предприятиелар йылҡы һанын кәметһә, кемдер продукцияһын магазинға тапшырған йә иһә юл буйындағы киоск аша һатҡан. Бынан тыш халыҡтың күпселеге ҡымыҙ һатып алырға тип йәйләүгә лә килеп урай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡулланыусылар баҙарының был өлкәһендә резерв байтаҡ әле.
Райондың Өргөн ауылында үткән пленар ултырышта ҡымыҙсыларҙы тәүҙә Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин тәбрикләне.
Ҡымыҙсылар көс һынашты, милли эсемлеккә дан йырлап– Бәйгегә республиканың төрлө төбәктәренән ҡымыҙ етештереү оҫталары йыйылды. Улар бөгөн күптәргә башҡорт халҡының милли эсемлеген яһау оҫталығын күрһәтеп, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ҡымыҙ бешеү серҙәренә өйрәтәсәк, – тине Азат Салауат улы. – Бил бирмәҫ батырҙар эсемлеге һаналған ҡымыҙҙы тәмләп, көс-дәрт алып ҡайтырға яҙһын был бәйгенән.
Сығышта республикала йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ тармағының үҫеше билдәләнде, Көньяҡ Уралда был өлкәнең ауыл хужалығындағы иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булыуы әйтелде. "Тармаҡты үҫтереү өсөн мөмкинлек етерлек: көтөүлектәр шифалы үләнгә бай, тау-урмандар ҙа, һауа шарттары ла ҡымыҙ етештереүгә һәр яҡлап булышлыҡ итә", – тине министр урынбаҫары, Көньяҡ Урал тәбиғәтенә юғары баһа биреп.
Аҙаҡ мәртәбәле ҡунаҡтар, бәйгеселәр "Юлдаш" хужалығына юлланды. Йәмғиәт йылҡысылыҡ буйынса районда иң ҙурҙарҙан һанала. Әлеге мәлдә 700-ҙән ашыу баш йылҡы малы аҫраһалар, шуның 254-е — бейә. Учалы тибындағы башҡорт аттарын үрсетеү буйынса "тоҡомсолоҡ заводы" статусына ла эйә был хужалыҡ. Әйткәндәй, көтөүселәр бейәләрҙе өйөргә туплап, айғыр ҡарамағында йөрөтөү алымын уңышлы ҡуллана. Бында төбәктә тәүгеләрҙән булып Швецияның "Деловаль" фирмаһынан бейә һауыу аппаратын һатып алып, ҡымыҙ етештереүҙе техник йәһәттән камиллаштырғандар. Был яңылыҡ, әлбиттә, ҡымыҙсыларға ла, бейәләргә лә хуш килгәндер. Киләсәктә тағы ла ошондай уҡ аппарат һатып алыуға килешеү төҙөлгән. Хужалыҡ ҡыш та ҡымыҙ етештереүҙе юлға һалыу хыялы менән йәшәй.
Конкурста ҡатнашыусылар йәмғиәттең йылҡысылыҡ фермаһында булып, заманса ҡорамалдар менән бейә һауыу барышын күҙәтте, бынан тыш, тәбиғәт ҡосағында ойошторолған тоҡомло бейәләр күргәҙмәһендә ҡатнашып, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
"Юлдаш"тан һуң бәйге райондың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашкан Ҡалҡан ауылында дауам итте. Ҡымыҙсылар өсөн бында ысын мәғәнәһендә байрам ойошторолғайны. Үҙешмәкәр артистар сағыу сығыштары менән һәр кемдең күңелен арбаны, күмәк бейеүгә лә саҡырҙы. Әлбиттә, йыр-бейеү менән үрелеп барғас, бәйгенең аҙағы тиҙ генә килеп етте. Ярыш көсөргәнешле булды, быны баһамандар ҙа билдәләне. Әммә ярыштың еңеүсеһе булырға тейеш бит. Баһалаусы комиссия ағзаларына ҡымыҙсының иң-иңен һайлау еңелдән булмағандыр, моғайын, сөнки һәр ҡатнашыусы бар оҫталығын, таһыллығын һалып, көс-дәртен биреп, алдынғы булырға тырышты. Шулай ҙа иң шәп ҡымыҙ етештереүсе табылды, конкурс еңеүсеһе тип Күгәрсен районының "Тәүәкән" ауыл хужалығы предприятиеһы билдәләнде. Йәмғиәт "Өфө" йылҡысылыҡ заводының (директоры – Н.П. Штенцев) тоҡом айғыры менән бүләкләнде. Бынан тыш, уларға алтын миҙал һәм грамота ла тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Учалы районының "Юлдаш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Әлшәй районынан "Ғәлиев" крәҫтиән (фермер) хужалығы бүлеште.

Ришат ИСЛАМОВ, Тәтешле районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы:
– Бындай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам, ул миңә бик оҡшаны. Аралар алыҫ булһа ла, Учалыға килеүемә үкенмәйем: ауыл халҡы менән аралаштым, матур тәбиғәткә һоҡландым, хатта ҡасандыр бергә уҡыған иптәштәремде лә осратырға насип булды. Бәйге яҡшы ойошторолған, унда ҡатнашып, күп кенә тәжрибә тупланым.
Рәсих ҠАРАБАНДИН, Әбйәлил районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы:
– Ҡымыҙсылар бәйгеһе беҙҙең төбәктә лә үткәйне, шуға ла конкурс шарттарын яҡшы беләм. Әбйәлил ҡымыҙын быйыл "Көньяҡ Урал" МТС-ының ҡымыҙсылары күрһәтә. Беҙҙең эсемлекте Башҡортостанда ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр, даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Бәйгегә еңеү өсөн түгел, ә ҡатнашып, күңел асып, тәжрибә уртаҡлашырға тип килдек.


Вернуться назад