“500 ферма” ишәйә27.07.2013
Һуңғы көндәрҙәге конкурслы һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың тағы биш хужалығы “500 ферма” республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Был — Туймазы, Дүртөйлө, Ҡариҙел һәм Ишембай райондары хужалыҡтары.

Йыл башынан программаға 38 хужалыҡ ҡушылды. Бөгөн уларҙың бөтәһе лә үҙҙәренең һөтсөлөк-тауар фермаларын яңыртыу менән мәшғүл. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иң әүҙемдәре булып Туймазы, Илеш районы хужалыҡтары иҫәпләнә. Билдәле булыуынса, “500 ферма” маҡсатлы программаһы 2012 йылдың яҙында тормошҡа ашырыла башланы. Былтыр күрһәтелгән дәүләт ярҙамы күләме — 500 миллион һум самаһы.
Быйыл программаға бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, субсидиялау ставкалары артты. Яңы төҙөлөш һәм реконструкция өсөн бер мал урынына 35 мең һумға тиклем, капиталь ремонт барышында бәйһеҙ тотоу өсөн — бер мал урынына 20 мең һум, заманса һауыу залдары һәм ирекле һауыу системаһын алыу өсөн — 2,5 миллион һумға тиклем. Шулай уҡ һауыу залдарын төҙөү-монтажлау эштәре өсөн 1,5 миллион һумға тиклем, һөт блоктары өсөн 1 миллион һумға тиклем субсидия индерелде.


Вернуться назад