Башҡортостанда һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай шарттар етерлек, етмәһә, был тармаҡ ауыл хужалығының төшөмлө йүнәлештәренән һанала. Айырыуса Көньяҡ Уралдың климаты бик уңай. Әле һарыҡсылыҡ тармағында етештерелгән продукцияның күпселеге шәхси хужалыҡтар өлөшөнә тура килә.
Республика ауыл хужалығы предприятиелары бөгөн 16 мең баш һарыҡ-кәзә аҫраһа, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында уларҙың һаны 83 мең башҡа етә.
Ҡармыш ауылынан Йәмил Ғабдуллин Себер тарафтарында эшләһә лә, тыуған ауылында шәхси хужалыҡ ойоштороп, 2003 йылдан бирле һарыҡ үрсетә. Бөгөн уның ихатаһында “романов” тоҡомло 70 баш һарығы бар.
– Оҙайлы ялға ҡайтҡан һайын нимә менән шөғөлләнергә белмәй, аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, “ниңә һарыҡ тотоп ҡарамаҫҡа, барыбер ике ай ваҡытым бушҡа үтә” тип уйлап, ошо шөғөлгә тотондом, – ти Йәмил. – Мал көтөү нескәлеген белгәс, бер ауырлығын тойманым. Тәүге көндәрҙә туғандарым да ярҙам итте, көтөргә улым менән сиратлап сыҡтыҡ.
Бишбүләктән алып ҡайтҡан 28 һарыҡҡа Әлшәй төбәге килешә, климат шарттарының бер үк булыуы ла ярҙам итә. Бөгөн фермер эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтеү хыялы менән йәшәй. Һарыҡ һанын 500 башҡа еткереү маҡсатында “Россельхозбанк”тан процентһыҙ 150 мең һум субсидия алған. Әлбиттә, был аҡсаға үҙ сығымдарын да ҡушасаҡ. Элекке “Победа” колхозының буш торған биналарын һатып алырға уйлай. Хыялы тормошҡа ашһа, киләсәктә һарыҡтар иркен бинала тотоласаҡ. Әлегә фермер малдарын үҙ ихатаһында тәрбиәләй.
– Әлбиттә, уй-хыялдар күп, аҡсаң ғына булһын. Былай район хакимиәтенән ярҙам бар, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре лә кәңәшенән өҙмәй, – ти фермер. – Ә яҡлау булғас, эшләргә дәрт өҫтәлә.
Әле һарыҡтар тәбиғәт ҡосағында, Дим йылғаһы буйында үлән уртлай. Сентябрҙә үрсем алыуҙы фермер түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки яуаплы осор етә бит. Бер һарыҡтан, мәҫәлән, ике-өс бәрәс аласаҡтар. Улы Фәнил дә Себерҙән ҡайтҡан сағында, ялында атаһына ярҙамлаша. Бөгөн улар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Йәмилдең 234 гектар ере бар. Яҙ көнө арыш, арпа, көнбағыш сәскән, бесәнлеге лә бар. Үҙе үҫтергән ашлыҡ ҡышҡа етерлек аҙыҡ запасы булып тора. Техника паркы әллә ни бай, яңы булмаһа ла, ватылып ултырғанын Йәмил өнәмәй, шуға ла запас часын ваҡытында табып, көйләп, эшкә ҡуша.
Әле йәй осоро, күптәр тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе хуп күрә. Ауылға төрлө яҡтан ҡунаҡтар ҡайта. Шуға ла фермер Йәмилдең тынғыһыҙ мәле, һарыҡҡа ихтыяж ҙур.
– Тимәк, һарыҡсылыҡ тармағының киләсәге бар, – ти Йәмил. – Шуға тырышып эшләргә кәрәк. Миңә пенсияға ла күп ҡалманы, исмаһам, ялымда шөғөлләнергә бер кәсеп буласаҡ.