Балалар тауышы тынмаясаҡ әле26.07.2013
Балалар тауышы тынмаясаҡ әлеҮҙем дә ауылда тыуып үҫкәнгәме, берәй районға барһам, ғәҙәттә, һөтсөлөк фермаларының, машина-трактор оҫтаханаларының торошона иғтибар итмәй ҡалмайым. Ундағы йәнлелекте күреп, күңел дә күтәрелә. Ә тирә-яҡҡа йәм биреп, геүелдәп эшләгән тирмәнде осратһаң, ауыл еренең киләсәге өмөтлө булыуына инанаһың. Ысынлап та, нәҡ улар хужалыҡтың ғына түгел, хатта тотош ауылдың бөгөнгө хәлен билдәләй, минеңсә.

Үкенескә ҡаршы, совет осоронда гөрләгән, малсылыҡ, үҫемлекселек өлкәһендәге уңыштары менән республикаға билдәле булған ҡайһы бер хужалыҡтарҙың бөгөнгө хәле айырыуса аяныслы. Емерек, кирбесе-ташы ватылып бөткән, ҡыйығы ишелеп төшкән биналарҙы күреп йән әсей. Гектар-гектар ерҙәрҙең сәселмәй буш ятҡанын, баҫыуҙарҙың сүп үләненә күмелеп ултырыуын күрһәң, күҙҙән ирекһеҙҙән йәштәр атылып сыға. Булған техникаһын металл һыныҡтары итеп тапшырып, малын осһоҙға ит комбинатына “осорған” элекке етәкселәрҙән "ҡайҙа иттең колхоз-совхоз байлығын" тип һорағы килә. Әммә бөгөн уларҙы "һинең колхозың"дың киләсәге түгел, ә үҙ кеҫәһен тағы ла нимә менән байытыу уйы борсой.
Шулай ҙа иҡтисади хәле яҡшы, уңған ауыл эшсәндәре менән дан тотҡан хужалыҡтар ҙа юҡ түгел әле республикала. Шөкөр, ерем, ауылым, халҡым тип йән атыусы етәкселәр тыуған төйәге данын алыҫтарға тарата. Минеңсә, ана шундай хужалар бар саҡта ауыл да йәшәр, халыҡ та эшһеҙ ҡаңғырып, урам буйлап араҡы эсеп йөрөмәҫ.
"Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры – Ғәли Мирҡәсимов) төбәктә алдынғыларҙан һанала. Бында һәр ерҙә уңған, эшлекле һәм ихтирамлы хужаның ныҡлы теҙгене һиҙелә. Исмаил ауылына ингәс тә төрлө сағыу төҫтәргә буялған төҙөк йорттар ҡаршы ала, асфальтлы юлдар аша саң борҡотмай ғына үтәһең. Урам буйында һыу колонкалары ла исем өсөн генә ҡуйылмаған, ә халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итә. Ҡараңғы төндә йөрөүе ҡурҡыныс түгел, лампочкалар яҡтыртып тора.
Халыҡ матур йәшәй, дәртләнеп-сәмләнеп донъя көтә. Бөгөн һәр ғаилә газдан файҙалана. Һәр өй алдында тиерлек еңел автомобиль, хатта тракторлылар ҙа бар. Баҡса ла үҫтерә ауыл кешеһе. Ҡала халҡы кеүек бәрәңгеһен, кишерен, сөгөлдөрөн һатып алырға күнекмәгән, ана, тырышҡандар хатта ҡарбузынан да, виноградынан да уңыш йыйып ала.
– Ауылдаштарымдың уңғанлығына һоҡланырһың: шәхси хужалығын да бына тигән итеп алып бара, йәмғиәттә лә һынатмай. Бөгөн күп урында эшһеҙлек Балалар тауышы тынмаясаҡ әлемәсьәләһе киҫкен торһа, беҙҙә был тәңгәлдә хәлдәр яҡшы, – ти йәмғиәт рәйесе Ғәли Мирзаһит улы. – Халыҡ менән яҡшы мөғәмәләлә булғас, уларға ихтирам йөҙөнән иғтибар бүлгәс, ситкә аҡса эҙләп китеүселәр хәҙер һирәк, киреһенсә, йәмғиәттән эш һораусылар арта.
Йәмғиәт дүрт ауылды берләштерә. Исмаил, Түбән һәм Юғары Әлкәш, Иҫке Балтас халҡы өс һөтсөлөк фермаһында эшләй, дүртенсеһендә иһә мал һимертәләр. Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, былтыр 164 баш тоҡомло тана һатып, хужалыҡ ҡаҙнаһын 13 миллион һумға байытҡандар. Орлоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнгәс, республика хужалыҡтарын сифатлы сәсеү материалы менән тәьмин итеп, кассаға ярайһы ғына аҡса ла күсергәндәр. Тырышлыҡ менән алдыралар шул бында, йоҡлап ятмайҙар, байлыҡтың күктән төшмәгәнен яҡшы аңлайҙар.
Мал һаны ишле, әле 2500 баш һыйыр малы аҫрайҙар. 700-гә яҡын һауын һыйыры булғас, көнөнә 12 мең тонна самаһы һөт һауалар. Көтөүҙе йыл һайын яңырталар, яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ойошторолған.
Әйткәндәй, хужалыҡ 2012 йылда 107 миллион һумлыҡ табыш алған.
– Был байлыҡ буштан ғына килмәне, һәр кемдең тырыш хеҙмәте менән тупланды. Әлбиттә, аҡсаның бер өлөшөн эш хаҡын арттырыуға йүнәлттек, ҡалғаны техника һатып алыуға китте, – ти Ғәли Мирзаһит улы.
Былтыр йәмғиәт 35 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алған. Шуның һөҙөмтәһендә, баҫыу эштәренә ситтән бер генә берәмек техника ла йәлеп итмәй, бар эште үҙҙәре башҡарған. Үҫемлекселек тә бында ныҡ үҫешкән. Һигеҙ меңдән ашыу гектар майҙандың биш меңгә яҡынын һөрөнтө ер биләй. Йәмғиәт элиталы орлоҡ етештереү менән дә шөғөлләнә, лицензиялары бар. Шуға ла уны һаҡлау өсөн 2 300 һәм 2 500 тонна һыйҙырышлы механизацияланған ике орлоҡ хужалығы булдырғандар. Иген культуралары орлоғон яңыртыу эше лә һәйбәт ойошторолған.
Хужалыҡ уңған ауыл эшсәндәре менән дан тота, уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә юғары уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшә вәлиевселәр. Халыҡ тырышҡас, Балалар тауышы тынмаясаҡ әлеетәкселек тә уларҙың хеҙмәтен юғары баһалай, эшен күрә белә. Йыл һайын Исмаилда, мәҫәлән, ундан ашыу ғаилә йорт күтәреп сыға. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә 100-әр мең һум күләмендә процентһыҙ ссуда бирә. Был, минеңсә, һәйбәт күренеш, өй һалған кешегә бер мең һум аҡса ла ярап ҡала бит. Процентһыҙ аҡса биреүҙән тыш, йәмғиәт төҙөлөш материалдары менән дә тәьмин итә, кәрәк икән, техникаһын да бушлай бүлә. "2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" республика маҡсатлы программаһына ярашлы, Исмаил ауыл биләмәһендә 12 йәш ғаилә субсидия алған. Бөгөн йәштәр үҙ мөйөшөн булдырыу менән мәшғүл. Тағы ла өс ғаиләгә ошондай уҡ бәхет йылмаясаҡ.
– Йәштәрҙең ҡаланы түгел, ауылды һайлауына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, барыбер бөгөн пенсия йәшендәгеләргә алмаш кәрәк бит, – ти хужалыҡ рәйесе. – Ә яңы ғаилә ҡороп, хужалыҡта эшкә ҡалыусыларға иғтибар һәм ярҙам буласаҡ. Беҙ уларҙың хеҙмәтенә мохтажбыҙ, улар иһә беҙҙең яҡлауҙы тоясаҡ.
Ысынлап та, ауылдың киләсәген бөгөнгө йәштәр билдәләй. Улар ҡалаға китмәй, тыуған ерендә ҡала икән, тимәк, төбәктә йәшәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған тигән һүҙ. Исмаил урта мәктәбендә 212 бала уҡый, быйыл беренсе класс икәү буласаҡ. Тимәк, сабыйҙар һаны арта.
Әле ауыл эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа ныҡлы мал аҙығы запасы булдырыу, мул һөт алыу бурысы менән йәшәй. Шөкөр, ялан-ҡырҙарҙа бесән күпереп үҫкән, силос-сенаж соҡорҙары буш булмаясаҡ. Яңыраҡ ураҡҡа ла төштөләр, ауыл халҡының тағы ла мәшәҡәтле, ҡыҙыу мәле етте.


Вернуться назад