“Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙға ҡыуанабыҙ...”24.07.2013
“Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙға ҡыуанабыҙ...”"500 ферма" программаһына ингән хужалыҡтар республикала артҡандан-арта. Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ла төбәктә тәүгеләрҙән булып ошо маҡсатлы программала ҡатнашыу хоҡуғын алған. Йәмғиәткә йәш, уңған, "колхоз эшен" биш бармағылай яҡшы белгән Вадим Авзалов етәкселек итә.
Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған белгес тәүҙә иҡтисадсы булып эшләй. Аҙаҡ талапсан, тырыш егеткә хужалыҡ дилбегәһен ышанып тапшыралар. Вадим Хәлил улы уны намыҫ менән тарта, шуға ла йәмғиәт күп кенә күрһәткестәр буйынса районда – алдынғылар иҫәбендә.
– Әлбиттә, был минең генә тырышлығым түгел, ауыл эшсәндәренең һөҙөмтәле хеҙмәте. Ихатаң тулы техникаң булып та, элиталы орлоғоң өйөлөп ятһа ла, эшләргә кеше булмаһа, юғары күрһәткестәргә өлгәшә алмаясаҡһың, – ти хужалыҡ рәйесе.
Әле хужалыҡтың ике меңгә яҡын баш һыйыр малы йәйләүҙә аҫрала. Шуның 600-ө – һауын һыйыры. Һауым күләме йәйләүгә күскәс тағы ла артҡан, әле көн һайын "Илешһөт" предприятиеһына ете мең тоннанан ашыу һөт оҙаталар.
Ҡышҡы осорға ла әҙерлек дауам итә. Бөгөн фермаларҙа һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштыралар, пластик тәҙрәләр ҡуялар, иҙән-түшәмдәр яңыртыла. Йәйләүҙән һуң малсыларға заманса ҡорамалдар булған биналарҙа эшләүе күпкә еңелгә төшәсәк. Хужалыҡ ихатаһында ике силос соҡоро ла төҙөлә, тимәк, ҡыш туҡлыҡлы аҙыҡты һаҡларға урын буласаҡ.
Бынан тыш, "500 ферма" программаһына ярашлы, Свердловск өлкәһенән тағы ла ҡара-сыбар тоҡомло 100 баш тана һатып алырға уйлайҙар. Бында шулай уҡ яһалма ҡасырыу һәйбәт ойошторолған.
“Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙға ҡыуанабыҙ...”Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, белгестәр уҡыу йорттарынан һуң хужалыҡҡа ҡайта. Һуңғы йылдарҙа йәштәр ҙә ауылда ҡалыуҙы хуп күрә, сөнки эш хаҡы ваҡытында түләнә, уңайлы шарттар бар. Хатта Үзбәкстандан күсеп килеүселәр ҙә бар. Зилина Әхмәтованың әсәһе ҡасандыр сит тарафтарға “оҙон” аҡса артынан сығып китә. Әммә пенсияға сыҡҡас, тыуған яғына ҡайтырға була. Ҡыҙы менән кейәүе лә унан ҡалмай. Бөгөн йәш ғаилә хужалыҡта эшләй, Зилина Түбәнге Сереккүл һөтсөлөк фермаһында – һауынсы, Рәмил мал көтә.
– Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙға ҡыуанабыҙ, йортло ла булдыҡ, тиҙ генә эше лә табылды, – ти улар. – Етәкселек тарафынан иғтибар бар, бер генә үтенесебеҙ ҙә онотолоп ҡалмай.
Хужалыҡ, әлбиттә, үҙенең намыҫлы малсылары, механизаторҙары менән дан тота, йыл һайын күптәре һабантуйҙа бүләкләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, алдынғы һауынсы Светлана Разова әхирәттәре Розалия Ҡәйүмова, Флиҙә Ситдыҡова менән йәйләүҙә һәр һыйырҙан 10 килограмдан ашыу һөт һауып ала. Ә көтөүселәр Илдус Тимеров, Айнур Хөбөтдинов көнө-төнө малдарҙы күпереп үҫкән үлән менән “һыйлай”.


Вернуться назад