Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор башланды. Мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән республиканың күп кенә хужалыҡтары ураҡҡа ла төштө. Һуңғы дүрт йылда ҡоролоҡҡа дусар булған Көйөргәҙе районы баҫыуҙарында ла комбайн тауыштары тынмай.
Төбәктең "Искра" ауыл хужалығы кооперативы алдынғы технологияларҙы ҡулланып үҫтергән игенде генә түгел, техник культураларҙы ла әрәм-шәрәм итмәй йыйып алыу бурысы менән йәшәй. Әле ике мең биш йөҙ гектар майҙанда алты бригада комбайнсылары арыш һуға.
Беҙ барғанда Яҡшембәт бригадаһының ике комбайны күпереп үҫкән арыш баҫыуҙарын иңләй ине. Танышабыҙ: комбайнсылар Инсаф Хәйбуллин менән Алмас Һабанчин ураҡта яңы кешеләр түгел икән. Алмас, мәҫәлән, хужалыҡҡа 2008 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң килһә, Инсаф 1987 йылдан
бирле эшләй.
– Армиянан һуң иптәш егеттәр ҡалаға, район үҙәгенә эшкә ҡоҙалаһалар ҙа, ауылды ташлап сығып китмәнем, ниңәлер күңелем тартманы. Үкенмәйем, ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә була бөгөн, – ти Инсаф. – Әле яңыраҡ ҡына улым тыуҙы, хәҙер ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Етәкселек яғынан иғтибар булғас, эшкә дәрт һүрелмәй.
– Ҡала тормошо һис ҡасан үҙенә тартманы, ауыл барыбер миңә яҡын һәм ҡәҙерле. Ә диңгеҙҙәй баҫыуҙарҙы комбайнда иңләүе — үҙе бер ғүмер. Тик тәбиғәт беҙҙе һынапмы, ямғырын ебәрмәй, бер тамсыға сарсап ултыра игендәр, – тип Инсаф ағаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләне Алмас.
Ысынлап та, ямғырҙың был яҡтарҙа бөтөнләй булмауы үҙен һиҙҙерә, саң борҡоп ята, һауа тынсыу, йылғалар ҙа ныҡ һайыҡҡан. Ана, ер нисек ярылған, һыуһыҙ интегә шул баҫыуҙар. Арыш баҫыуында яҫмалар ҡарап тороуға ҡалын, буйға ла матур булып үҫкән кеүек, әммә ҡулға алһаң, башаҡтарҙа бойҙай ваҡ, дым булмағанлыҡтан, улар йүнләп эреләнмәгән. Арыштың уңышы бөгөн гектарынан 13-15 центнер тәшкил итә. Ә йыл һәйбәт килгәндә 25-әр центнерға тиклем уңыш алғандар бында.
– Бына нисә йыл ҡоролоҡтан ыҙа сигәбеҙ. Ямғыр күҙе төшмәгәс, башаҡтар нисек тулышһын да ниндәй юғары уңышҡа өмөтләнәһең инде. Әлбиттә, ауыл кешеһенең түккән хеҙмәте йәл. Яҙ мул уңышҡа өмөтләнеп сәсәбеҙ, әммә зыянға ғына эшләйбеҙ кеүек. Игенсенең сабырлығына аптырарһың, төшөнкөлөккә бирелмәй улар, – ти хужалыҡтың баш агрономы Өлфәт Исхаҡов.
Беҙ һөйләшкән арала ауыл яғынан саң борҡотоп ике "ЗиЛ" йөк машинаһы баҫыуға килеп туҡтаны. 30 йылдан ашыу стажы булған водителдәр Радик
Аҡсаров менән Рафиҡ Абдрахманов икән. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр улар комбайндан ағылып төшкән алтынға бәрәбәр ашлыҡты хужалыҡтың ырҙын табағына ташый. Ырҙын табағы ла, келәттәр ҙә яңы уңышты ҡабул итергә күптән әҙер.
– Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ул. Әле генә яҙғы баҫыу эштәрен теүәлләп, мал аҙығын әҙерләүгә төшкәйнек, бөгөн ашлыҡ йыйыу мәле лә етте, – ти улар. – Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Шөкөр, эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа бар, бары тырышырға ғына кәрәк.
Оло ағайҙар ҙа ямғыр яумауға бошоноп, күп һөйләшеп торорға ваҡыт яғы наҡыҫ булыуын билдәләп, "Ярай, Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр, ашлыҡ бөтөнләй юҡ түгел бит, булғанын юғалтмай йыйып алайыҡ әле", – тип, арыш һуҡҡан комбайнсы егеттәр яғына йүнәлде.
Уңыш һәйбәт булмаһа ла, водителдәр көнөнә уртаса һигеҙ-ун рейс яһай. Техника төҙөк, яғыулыҡ етерлек күләмдә әҙерләнгән. Комбайндар ҙа яңы, нигеҙҙә, сит илдә етештерелгәндәре баҫыуҙарҙы иңләй. Эште тотҡарлыҡһыҙ ойоштороу маҡсатында эшсәндәрҙе баҫыуҙа ашаталар.
Арыш һуғыуҙы оҙаҡҡа һуҙмай, ураҡты тиҙ арала күмәк көс менән тамамлап, инде башаҡтары тулышҡан бойҙайға төшөргә иҫәп тота ауыл эшсәндәре. Бынан тыш һоло, арпа, нут, чечевица, етен уңышын йыяһы бар.