Йәшәү ҡиммәтләнә19.07.2013
Картуф “танауын сөйә”

Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, йылдың башынан алып республикала тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар 3,6 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса — 3,5 процентҡа).

Волга буйы федераль округында 14 субъект араһындағы рейтингта республиканың дүртенсе урында тороуы күңелде әлегә йыуата алмай. Айырыуса аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ артҡан (6,1 процентҡа), тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә — 1,7 һәм 2,7 процентҡа.
Июнь айында картуфтың “дәрәжәһе” генә түгел, хаҡы ла күтәрелде (30,9 процентҡа). Ә йыл башынан уның хаҡы 2,2 тапҡырға артты. Кәбеҫтә, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә “лидер”ҙан ҡалышырға теләмәй, ғинуарҙан яҡынса ике тапҡырға ҡиммәтләнде. Йәшелсәләрҙән ҡыяр һәм помидорҙың 15,6-37,4 процентҡа арзанайыуы ғына ҡулланыусыларҙың кәйефен күтәреүе мөмкин.
Бер айҙа һыра — 2,8, икмәк һәм икмәк-булка изделиелары, ит 1 проценттан ашыуға ҡиммәтләнһә, йомортҡаға, ҡарабойҙай ярмаһына, бойҙай онона, ит консерваһына, еләк-емеш һутына хаҡтар бер ни тиклем түбәнәйҙе. Лимон, виноград һәм банан хаҡтары ла артыҡ “тешләшмәй”.
Төҙөлөш материалдарының, ҡайһы бер дарыуҙарҙың хаҡы артыуы күҙәтелә. Йәйге осор башланыу менән поездарға, ҡала-ара автобустарға хаҡтарҙың артыуы ғәҙәти күренеш, быйыл да шул уҡ хәл ҡабатлана. Өҫтәүенә шифаханаларға, ял йорттарына, сит ил курорттарына путевкалар ҡиммәтләнде.


Вернуться назад