Сыға алмаҫлыҡ бурыс һаҙлығына батырыуы ла барРәсәй халҡының торлаҡ мәсьәләһен ипотека аша хәл итә башлауына быйыл теүәл 15 йыл булды. Ысынлап та, күптәр өсөн ул ошо арауыҡта фатирлы йә йортло булыуҙың берҙән-бер ысулына әйләнһә, икенселәрҙең һаман да уға әллә ни ышанысы юҡ.
1998 йылдың 16 июлендә Дәүләт Думаһы ипотека тураһында федераль закон ҡабул иткәйне. Был ваҡиғаны беҙҙең илдә ипотека тарихының башы тиергә була. Әммә ошо арауыҡта торлаҡлы булыуҙың бындай ысулына халыҡтың ышанысы арттымы, юҡмы? Әллә һаман да уны оҙайлы бурыс һаҙлығы булараҡ ҡабул итеүселәр күберәкме? Ни тиһәң дә, ҡайһы саҡ белгестәр ҙә шулай тип һөйләй бит.
Дмитрий Медведев былтыр илдә ипотека ставкаһын 7-8 процентҡа ҡәҙәр төшөрөү кәрәклеген белдергәйне. Әммә банктар ғына уның теләген ысынбарлыҡҡа әүерелдерергә ашыҡманы. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Үҙәк банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, ипотека ставкаһының уртаса күләме 12,7 процент дәүмәлендә тирбәлә. Әммә ҡайһы саҡ банктарҙа кешене бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрөрлөк процент ставкалары барлыҡҡа килә икән. Бының сере нимәлә?
Мәҫәлән, Ҡулланыусылар йәмғиәте конфедерацияһының (Конфоп) мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер банктарҙа түләүҙе саҡ ҡына һуңлатыу ҙа ипотека буйынса ставка күләмен йылына 273 (!) процентҡа тиклем еткерә ала. Уйҙырма тип ҡаршы төшөр күптәр, ул тиклем процентты нисек түләмәк кәрәк! Әммә, баҡһаң, был һис тә күктән алынған һан түгел икән. Мәҫәлән, ипотека биреүҙә алдынғылар рәтендә булған банктарҙың кәмендә унауһы кредит биргән өсөн уның 0,5 – 2,1 проценты күләмендә комиссия тотоп ҡала. Әлбиттә, был ипотеканың ысын хаҡынан байтаҡҡа юғары. Шулай уҡ ғүмереңде страховкалауҙан баш тартыу ҙа кредитты йылына 0,61–5 процентҡа ҡиммәтерәк итәсәк. Ә айлыҡ түләүеңде һуңлатыуың процент ставкаһын тағы ла арттырып ебәрәсәк. Һөҙөмтәлә йыш ҡына ипотеканың йыллыҡ ставкаһы 36 проценттан 273-кә (!) тиклем барып етә лә инде! Һөҙөмтәлә ул ғәмәлдә байтаҡҡа ҡиммәтерәк булып сыға: ҡайһы саҡ ҡулланыусылар кредитының хаҡына бәрәбәр тиергә була.
Әммә ипотека арҡылы торлаҡлы булырға теләүселәрҙең бөгөн һайлау мөмкинлеге барлығын да оноторға ярамай. Банктарҙың ипотека программалары бер-береһенән һиҙелерлек айырыла. Мәҫәлән, берәүһендә комиссия ла, страховкалау килешеүе лә булмаҫҡа мөмкин, әммә бурысҡа алыусынан поручителдәр (уларҙы бөгөн ҡапыл ғына табырмын тимә) талап ителә. Ә икенсеһендә, киреһенсә, кредитты хеҙмәтләндереү өсөн комиссия ла бар, мотлаҡ страховкалау ҙа һорайҙар, ә бына поручитель кәрәкмәй. Күңелеңә ятҡанын үҙең һайлайһың.
Эйе, яйлап булһа ла халыҡтың был төр кредитҡа ышанысы арта. Ә күптәр өсөн ул һаман да торлаҡлы булыуҙың берҙән-бер юлы булып ҡала. Ошоно иҫәпкә алып, быйыл май айында Президент Владимир Путин ипотека ставкаһы инфляция күләменән 2,2 процентҡа ғына юғарыраҡ булырға тейеш тигәйне. Әммә бындай бурысты тиҙ арала башҡарыу мөмкин булмаған хәл: шуға ла уны тормошҡа ашырыу 2018 йылға ҡәҙәр генә ҡаралған.
Әммә үҙ мөйөшө булмағандар бөгөндән торлаҡлы булыу тураһында хыяллана шул. Сағыштырмаса бәләкәй эш хаҡы күптәргә, бигерәк тә ишле ғаиләлеләргә ундай мөмкинлекте бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан, кредиттың был төрөнә өҫтөнлөк биреүселәр һаны һис тә кәмемәй. Мәҫәлән, 2012 йылда ипотека кредиты күләме 2011 йыл менән сағыштырғанда 44 процентҡа артҡан. Быйыл да үҫеш дауам итер, тигән фекерҙә белгестәр. Мәҫәлән, Рәсәйҙә ғинуар – май айҙарында ғына 435 миллиард һумлыҡ 270 мең торлаҡ кредиты бирелгән. Башҡортостанда иһә 12 347,2 миллион һумлыҡ 12 728 ипотека юллағандар. Әммә Европалағы көрсөктөң йоғонтоһо үҙен һиҙҙерә, был банктарҙы ставка күләмен арттырырға мәжбүр итә. Мәҫәлән, Башҡортостанда уның уртаса күләме быйыл 13,4 процент тәшкил иткән (2012 йылда – 12,4 процент ҡына). Тимәк, инфляциянан саҡ ҡына ҙурыраҡ проценттар тураһында беҙҙең халыҡҡа хыялланаһы ла хыялланаһы әле.