Эҫенән ер ярылып ятһа ла...17.07.2013
Эҫенән ер ярылып ятһа ла...– Беҙҙең яҡта ямғырҙың һуңғы тапҡыр ҡасан яуғанын иҫләмәйем. Тирә-яҡ әле алтын көҙҙө хәтерләтә, дым етмәгәнлектән баҫыуҙарҙа ер хатта ярылған, – ти "Раевка" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Элдар Мусин. – Әммә бошоноп ултырырға ваҡыт юҡ, бөтә көстө ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлткәнбеҙ. Ана, ураҡҡа ла төшөр мәл етә, башаҡтар ҙа тулышҡан.

Ысынлап та, кемдәндер ярҙам көтөргә, яумаған ямғырға өмөтләнергә һис тә ярамай, үҙеңә ышанырға кәрәк. Ауыл эшсәндәре быны яҡшы аңлағас, баҫыуҙа, йәйләүҙә тырышып эшләй. Йәмғиәттең ете мең гектар ере бар. Май айындағы ямғырҙың шифаһы булғандыр, күрәһең, үлән күпереп үҫкән, яҫмалар ҡалын ғына күренә. Бесән әҙерләүгә дәррәү тотонғандар бында. 40 гектарҙа люцерна үләнен сабып, сенажға һалғандар, ошо көндәрҙә донникка төшмәкселәр.
– Техника төҙөк, яғыулыҡ етерлек булғас, эш гөрләп бара, – ти хужалыҡтың баш агрономы Рәүф Ғәлимов. – Әлбиттә, һауа торошоноң эҫе тороуы ғына ҡайһы саҡ бәкәлгә һуға, әммә халыҡ һынатмай. Иртә менән баҫыуға сығып, һалҡында эшләп ҡалырға тырыша. Ике тапҡыр йылы аш бирәбеҙ, иғтибар булғас, һәр кем һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәтә.
Сабып-йыйылған төргәктәр йәмғиәт ихатаһына көнөндә үк килтерелә, сенаж-силос соҡорҙары ла туҡлыҡлы аҙыҡ менән тулылана.
Эҫенән ер ярылып ятһа ла...Бөгөн бер меңдән ашыу һыйыр малы өс йәйләүҙә тотола. 400-ҙән ашыу һауын һыйыры булғас, көнөнә өс мең тоннанан күберәк һөт алына. Әҙер продукцияны "Молочная долина" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте литрын 11 һумдан үҙҙәре үк килеп алып китә.
Киләсәктә йәйләүгә лә, фермаларға ла заманса һыуытҡыстар, һөт үткәргестәр урынлаштырыу күҙаллана. Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ көтөү йыш яңыртыла, нигеҙҙә, таналарҙы Белгород, Липецк өлкәләренән һатып алалар. Яһалма ҡасырыу эше һәйбәт ҡуйылған. Йыл һайын 50 баш мал һатып, хужалыҡ ҡаҙнаһына ярайһы ғына аҡса күсә. Йәмғиәттең сифатлы малы хаҡында күрше район фермерҙары, хужалыҡтары хәбәрҙар, шуға ла фәҡәт уларҙың малын һатып алырға тырышалар.
Бөгөн хужалыҡ эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисермәй, белемле кадрҙар етерлек. Йәштәр ҙә ҡалаға ҡарағанда ауылда йәшәүҙе хуп күрә, күптәре яңы йорт һалып инә. Хужалыҡтың үҙ таҡта бысыу цехы булғас, ағас материалдары менән ауыл халҡын тәьмин итеү һәйбәт ойошторолған, айырыуса өй һалыусыларға уңайлы, йыраҡҡа йөрөйһө түгел. Пай ерҙәре лә маҡсатлы файҙаланыла, ҡуртым хаҡына ашлыҡ, мал аҙығы йә булмаһа аҡса түләнә. Эш хаҡы насарҙан түгел, 10-12 мең һум ауыл ерендә һәйбәт табыш ул, минеңсә.
– Ауыл халҡы мул, етеш йәшәһә беҙгә лә рәхәт, шуға шәхси хужалығында мал тотоусыларға һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, кәрәк икән, аҡсаһын, мал аҙығын бүләбеҙ, – ти хужалыҡ директоры Элдар Рифҡәт улы.


Вернуться назад