Сеймалдың башҡа сығанаҡтары ла бар17.07.2013
Ошо көндәрҙә түбәндәге мәғлүмәт билдәле булды: “Башҡортостан сода компанияһы” Ғафури районындағы Ҡаран ятҡылығында геология-разведкалау эштәрен башлаған. Предприятиеға артабан эшләү өсөн сеймал кәрәк. Улар бер осор Башҡортостан халҡы өсөн изге Торатауҙы эшкәртеү тураһында ла һүҙ йөрөтә ине.
Ләкин был саҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең ҡарашын белдергәйне.
“Сода” комбинатын ябырға яраймы? — Юҡ, ярамай. Унда меңәрләгән кеше эшләй. Торатауҙы эшкәртергә яраймы? — Юҡ, ярамай, сөнки ул тәбиғәт һәйкәле генә түгел, ә изге тау ҙа. Уның башҡорт халҡы тарихында әһәмиәте ҙур. Тимәк, беҙгә икенсе сеймал сығанағы эҙләргә кәрәк. Республикала улар бар: һүҙ Ғафури, Ишембай, Архангел райондары тураһында бара. Эйе, был Торатауҙы эшкәртеүгә ҡарағанда ҡиммәтерәк буласаҡ, әммә беҙҙә башҡа юл юҡ. Мин Президент булғанда, Торатауға бер кем дә тейә алмаясаҡ!” — тигәйне Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн сеймалдың икенсе сығанаҡтары эҙләнә. Беҙгә билдәле булыуынса, Ҡаран ятҡылығында разведка эштәренә тотонғандар: бер нисә скважина ҡаҙылған, һынауға тупраҡ алынған. Әле уның составы өйрәнелә.
Бының менән Башҡортостан сода компанияһының бүлендек предприятиеһы — “Сеймал компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте шөғөлләнә. Уның генераль директоры Александр Шкурко әйтеүенсә, бөгөн унда эшкәртеү башланған.
— Беҙҙең компания был ятҡылыҡты өйрәнеү буйынса конкурста еңде, тикшеренеү өсөн лицензия алдыҡ. Хәҙер уға ярашлы эште башланыҡ, — тине Александр Владимирович. — Проект тейешле экспертизалар үтте. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология торошон иҫәптә тотоу буйынса бар бурыстар ҙа билдәләнгән, һәм беҙ унан ситләшмәйбеҙ.
Компания геология-разведкалау эшен башҡарыу өсөн подрядсы предприятие менән килешеү төҙөгән. Йәйге-көҙгө осорҙа улар скважиналар ҡаҙыу, тупраҡты алыу кеүек эштәр менән булһа, һыуыҡ төшкәс, уны өйрәнеү менән шөғөлләнәсәк. Киләһе йылдарға тикшереү һөҙөмтәләре билдәле булыр тип көтөлә.