Ярты ай ваҡыт бирелә16.07.2013
Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө, тип хәбәр итте республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был эшкә беренсе булып Дүртөйлө игенселәре тотондо. Уларға 9,9 мең гектар майҙандан иген йыйып алаһы бар. Әле “Уңыш” һәм “Әсән” йәмғиәттәре ужым йыйһа, тиҙҙән тағы ла биш-алты хужалыҡ баҫыуға сығырға әҙерләнә. Өфө, Әлшәй, Баймаҡ, Кушнаренко райондары ужым шипкәнен йыя. Өфө районы хужалыҡтары, өҫтәүенә, 250 гектар майҙанда борсаҡ һуғып алған.
Башҡортостан аграрийҙары быйылғы миҙгелдә 1 миллион 774 мең гектар ерҙә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шул иҫәптән 440 мең гектар майҙанда ужым игенен йыйып аласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, ужым арышы тигеҙ өлгөрмәй, ләкин һауа шарттарына бәйле был культураның һабаҡта өлгөрөүен көтөргә мөмкинлек юҡ.
— Ужымды 10-15 көн эсендә йыйып алырға кәрәк, — тигән бурыс ҡуйҙы министр Николай Коваленко.


Вернуться назад