Ҡоролоҡҡа һылтанырға ярамай13.07.2013
Быйылғы ҡоролоҡтоң республиканың ауыл хужалығына эҙемтәһе ниндәй? Уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү эштәре нисек ойошторолған? Ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек нисек баһалана? Хөкүмәттә ошо мәсьәләләргә арналған видеоселектор кәңәшмәһе үтте.
Премьер-министр урынбаҫары Эрнст Исаев фекеренсә, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ мал аҙығын тулы ҡеүәтендә әҙерләү мөмкинлеген бирмәй. Мәҫәлән, яҙ яуым-төшөмгә мул булып, яҡшыға өмөтләндерһә, июндең икенсе яртыһынан ҡайһы бер райондарҙа ямғыр яумаған. Һөҙөмтәлә мал аҙығының сифаты 20-30 процентҡа насарайған.

Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, бөгөн республикала бесәнгә ихтыяждың 70 проценты ҡапланһа, сенаждыҡы – бары 35 процент. Алты район бесән әҙерләү буйынса планды үтәгән, 15 район был маҡсатҡа өлгәшеү алдында тора. 18 район хужалыҡтары сенаж әҙерләүҙе тамамларға йыйына.
– Мал аҙығы әҙерләү өсөн мөмкинлектәр бар, – тип билдәләне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. – Бөгөндән уларҙы туплау эшен башларға, тәбиғи бесәнлектәрҙе тулы кимәлдә ҡулланырға кәрәк – улар 1 миллион гектар биләмәне тәшкил итә.
Ул шулай уҡ сәсеүлектәрҙең торошон күҙәтеү буйынса комиссия төҙөлөүе тураһында хәбәр итте.
– Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән районда баҫыуҙар ун көн эсендә тикшерелергә тейеш, – тине етәксе.
Кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер етди мәсьәлә – ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек барышы. Уның республикала сығарылған сорттары тәбиғәттең иң ҡоро мәлендә лә һәйбәт уңыш биреүсән. Мәҫәлән, 2010 йылда уларҙың уңдырышлылығы гектарына 12,5 центнер тәшкил иткән һәм иген культураларынан 52 процентҡа юғарыраҡ булған. 2012 йылда – 16 процентҡа артығыраҡ. Шул уҡ мәлдә юғалтыу булмай тиерлек.
– Шуға ла 2014 йылға уларҙың майҙанын 620 мең гектарға тиклем, йәғни быйылғыһынан 25 процентҡа ҡәҙәр арттырыу күҙ уңында тотола, – тине Николай Коваленко.
Техник тәьминәт мәсьәләһенә килгәндә, дәүләт ярҙамы менән һуңғы ике йыл эсендә 600 өр-яңы иген йыйыу комбайны һатып алынған. Шулай итеп, республиканың комбайндар паркын кәметеүгә юл ҡуйылмаған. Ләкин һаман да төбәк буйынса 500 гектарға бер генә машина тура килә. Министр фекеренсә, был аҙ түгел, шуға ла хужалыҡтарҙан уңыш йыйыу эше алдан уйлап һәм килешеп башҡарыуҙы талап итә.
Кәңәшмәлә ҡайһы бер район хакимиәте етәкселәренә һүҙ бирелде. Уларҙың бөтәһе лә ҡоролоҡтоң ауыр эҙемтәләренә зарланды. Эрнст Исаев уңышты тиҙ арала йыйып алыу өсөн бөтә техник һәм кеше ресурстарын туплау кәрәклеген айырып билдәләне, шулай уҡ аграрийҙарға дәүләт тарафынан ярҙам буласағына ышандырҙы.


Вернуться назад