Иң оҫта һауынсылар асыҡланды13.07.2013
Иң оҫта һауынсылар асыҡландыЯрыш йәки конкурстың төрлөһөн күрергә, сәмләнеп күҙәтергә, хатта дәртләндереп торорға ла тура килгәне бар. Ә бына Бүздәк районына һауынсылар бәйгеһенә барғас, дөрөҫөн әйткәндә, баҙап ҡалдым. Унда райондың 13 хужалығынан 19 һауынсы ҡатнашты.

Ярыш башланғанда ҡояш апаруҡ күтәрелгәйне. Тәбиғәттең хозур төбәгендә урынлашҡан Туғай ауылы эргәһендәге йәйге лагерҙың умарта күсендәй мыжғып торған сағына тап булдыҡ. Кемдер һыйырҙарҙы һауыу урынына "һайт-һайтлап" индереп тора, икенселәре һауылғандарын ялан кәртәгә ҡыуа, өсөнсөләре һөттөң ҡуйылығын, сифатын тикшерә, күләмен үлсәй. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ эшен йәһәт кенә атҡарырға тырышҡан мәл ине. Һауынсыларҙың бөтөн иғтибары малдарға төбәлгән, шуға күрә эш барышын төшөрөп ҡалырға ынтылған фотохәбәрсегә байтаҡ ҡына йүгергеләргә тура килде.
Бәйгенең һауын аппараттарын һүтеп-йыйыу өлөшөндә лә ҡыҙыулыҡ һүрелмәне. Күнегелгән хәрәкәттәрҙе атҡарған, йәғни көн дә тиерлек 50 — 70 һыйыр һауған ҡулдарға күҙ ҙә эйәрмәне тиһәм, һис арттырыу булмаҫ, моғайын. Аҙаҡ ҡына ҡайһылары "ныҡ ҡаушаным", "аппарат беҙҙәгенән бер аҙ айырыла ине", "тиҙ йыя алманым инде" тип көйөндө.
Теория буйынса белемдәренә баһа биреү өлөшө айырыуса көсөргәнешле барҙы. Етдилектәре Берҙәм дәүләт имтиханы биреүсе үҫмерҙәрҙекенән һис тә кәмИң оҫта һауынсылар асыҡланды булманы. Берәүҙәренә һорауҙар еңел тойолоп, шунда уҡ яҙа башлаһа, икенселәренә ауырыраҡ булды, күрәһең, байтаҡ ҡына уйланып ултырҙылар.
Райондың алдынғы һауынсылары араһынан иң оҫталарҙы асыҡлаусы Хәсән Кинйәкәев етәкселегендәге комиссия ағзалары мәғлүмәттәрҙе ҡат-ҡат тикшергәс кенә йомғаҡ яһаны. Ул арала район хакимиәте башлығы Р. Хажиев та килеп етте. Теҙелергә фарман булғас, йөҙҙәр йәнә етдиләнде. Радик Әнүәр улы малсыларҙы йылы тәбрикләгәндән һуң еңеүсенең исеме иғлан ителде. "Колос" хужалығынан Вера Пшонина быйыл иң оҫта һауынсы тип танылды. Шулай итеп, район данын республика күләмендә ул яҡлаясаҡ. Икенсе урынды "Башкирагроинвест" йәмғиәтенән Земфира Сәйетгәрәева яуланы. Өсөнсө урынды "Бүздәк" агрофирмаһынан Сирена Ҡотлоғужина менән "Тормош"тан Алмахан Кинжаева уртаҡлашты. Барыһына ла диплом һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Ҡалған һауынсылар ҙа буш ҡалманы. Бәләбәй май комбинаты вәкиле лә конкурсанттарҙы йылы ҡотланы.
19 һауынсының береһе ир-ат ине. Олег Хәмиҙуллин да үҙен һынап ҡарарға баҙнат иткән. Ул — мал ҡарау буйынса иң оҫталарҙың береһе. Ферма мөдире лә, зоотехник та, кәрәк саҡта һауынсыларҙы ла алмаштыра.
Йәйләүҙәге сәмле ярыштан һуң, малсылар бер-береһе менән аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Иң мөһиме — һауынсы һөнәренең мәртәбәле, кәрәкле булыуы йәнә раҫланды.


Вернуться назад