“Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта. Был Башҡортостан халҡын газ менән даими тәьмин итеү өсөн эшләнә.
Һуңғы йылдарҙа “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең Өфө моторҙар эшләү берекмәһе (УМПО) менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә газ һурҙырыу агрегаттарының ышаныслылығы ярайһы уҡ артты. Эш шунда: газ агрегаттары өсөн авиаприводтар тап Өфө заводында етештерелә. Әлеге мәсьәлә республика өсөн дә мөһим. Ошо айҡанлы кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктә газды транспортлау объекттары ышаныслылығына арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Сара “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең инженер-техник үҙәгендә булды.
Кәңәшмәгә тиклем Рөстәм Зәки улы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең һынау үҙәгендә башҡарылған эштәр менән танышты. УМПО-ның идарасы директоры Александр Артюхов әйтеүенсә, үҙәк 2001 йылда төҙөлә башлаған, тик башта икенсе маҡсатҡа тәғәйенләнгән булған. 2012 йылдың ноябренән ул газ һурҙырыу агрегаттарын һынау өсөн махсуслаштырыла. Бөгөн бында агрегаттың ышаныслылығын арттырыу өсөн тәғәйенләнгән барлыҡ конструктив һәм технологик ҡарарҙар һынала.
Президент үҙәктең оператор бүлмәһендә булды. Бында монитор аша двигателде һынау барышын күҙәтте, ышаныслылыҡты баһалауҙың техник күрһәткестәре менән ҡыҙыҡһынды.
“Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең инженер-техник үҙәгендә иһә Рөстәм Хәмитовҡа АЛ-31СТ двигателе макеттары һәм стендтар урынлашҡан залды
күрһәттеләр. Уҡыу тренажерында газды транспортлау һәм уны бүлеүҙең төп техник процестары барышы күрһәтелде. Бында компания хеҙмәткәрҙәренә һәм студенттарға уҡыу үткәрелә. Йәмғиәт биләмәһендә Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм быйылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедралары эшләй.
Республикалағы был ике ҙур предприятиеның хеҙмәттәшлегенә килгәндә, ул 2002 йылдан, газ транспорты предприятиеһының компрессор станцияларын реконструкциялау ҡарары ҡабул ителгәндән һуң башланған. Иҫкергән газ һурҙырыу агрегаттарын Өфө моторҙар эшләү берекмәһе сығарған яңы ГПА-16Р “Өфө”-гә алмаштырырға ҡарар итәләр. Шул уҡ йылда компаниялар араһында газ сәнәғәте ихтыяжы өсөн АЛ-31СТ двигателдәре һәм ГПА-16Р “Өфө” газ һурҙырыу агрегаттары менән тәьмин итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыла.
2012 йыл газ транспорты өсөн ауыр йыл була. “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов әйтеүенсә, тәүге ярты йыллыҡта ҡулланыуҙан ун АЛ-31СТ двигателен ваҡытынан алда алалар. Был техник проблемалар республика халҡын өҙлөкһөҙ газ менән тәьмин итеүҙе шик аҫтына ҡуя яҙа. Шуға күрә былтыр июлдә республика Президенты махсус кәңәшмә үткәреп, был двигателдең ышаныслы эшләүе республика кимәлендәге бурыс, тип билдәләне. Кисә иһә ошо башҡарылған эштең һөҙөмтәләре тикшерелде.
— Былтыр ҡуйған бурыстарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылды. УМПО эшсәндәре 2012 йылда 10 двигателде ремонтланы, быйыл тағы алтауҙы әҙерләне һәм бишәүһе планлаштырыла. Завод графикка ярашлы эшләй, — тине Рөстәм Зәки улы. — АЛ-31СТ проекты бик мөһим. Әгәр двигателдәр ышаныслы эшләй икән, тимәк, республика халҡы һәм предприятиеларыбыҙ газ менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәк.