Яңы заводҡа сеймал кәрәк10.07.2013
Республика етәкселеге тарафынан инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек әүҙем алып барыла. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡортостанда 16 миллион долларлыҡ кирбес заводы төҙөләсәге мәғлүм булды.

Төҙөлөш материалдары етештереүсе "Джут-СТ" предприятиеһы 2014 йылда газосиликат кирбес сығарыусы өр-яңы заводты сафҡа индерергә йыйына. Проекттың хаҡы яҡынса 16 миллион долларға барып баҫасаҡ. Ул йылына 380 мең кубометр продукция етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ.
Яңы завод предприятиеның Ағиҙел ҡалаһындағы базаһында урынлашасаҡ тип көтөлә. Төҙөлөш яҡын арала башланырға тейеш. Унда 150 кешегә эш урыны булдырыу ҡаралған.
Шулай ҙа, белгестәр фекеренсә, әлеге мәлдә "Джут-СТ" предприятиеһы сеймалға бәйле ҡатмарлыҡтар кисерә. Мәҫәлән, эзбизды әле Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һатып алалар. Ә яңы производство сафҡа инеү менән был сеймалға ихтыяж айына 1,5 мең тоннаға ҡәҙәр артасаҡ. Шуға ла предприятие етәкселеге мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй.
"Джут-СТ" предприятиеһы 2002 йылда барлыҡҡа килгән, уның ойоштороусыһы булып "Джут" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һанала. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, ул "Ағиҙел" индустриаль паркын булдырыу буйынса өҫтөнлөклө төбәк инвестиция проектында ҡатнаша. Проекттың хаҡы – 7 миллиард 221 миллион һум, уны тормошҡа ашырыу 2011 – 2014 йылдарға билдәләнгән.


Вернуться назад