Тәүге продукция сығарылды23.12.2011
Гидроэнергетик ҡорамалдар етештереүсе РусГидро һәм Alstom уртаҡ предприятиеһы Башҡортостанда технологик процестар менән автоматик идара итеү системаһын, мониторинг һәм диагностика ҡорамалдарын етештерә башланы.
Кисә Alstom компанияһының инженерҙар төркөмө һәм комплекслы автоматлаштырыу подразделениеһы баш ҡалабыҙҙың РусГидро предприятиеһын күп маҡсатлы диагностика үҙәге менән таныштырҙы. Был комплекс мониторинг, диагностика һәм электр станцияларының ҡорамалдарын һаҡлау өсөн ҡулланыласаҡ.
Технологик процестар менән автоматик идара итеү системаһы ҙур конкурентлыҡ һәләтенә эйә.
Электр станциялары өсөн заманса гидроэнергетик һәм ярҙамсы ҡорамалдар етештереү заводы төҙөү – РусГидро менән Alstom компанияларының Башҡортостандағы тәүге проекты. 2010 йылдың декабрендә Рәсәйҙең һәм Францияның Премьер-министрҙары Владимир Путин менән Франсуа Фийон ҡатнашлығында ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса тәүге гидротехник ҡорамалдар 2013 йылда етештереләсәк.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад