... Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Икеһенә лә алтмышар йәш. Береһе ғүмер буйы төҙөүсе булып эшләгән, икенсеһе мәктәптә балалар уҡытҡан. Ҡатыны – һигеҙ мең, ире биш мең ярым һум пенсия ала.
— Осто-осҡа ялғап көн иткебеҙ килмәне, шуға ла эшҡыуарлыҡҡа тотондоҡ, — ти хужабикә. – Бер аҙ уйлаштыҡ та, икебеҙ ҙә яратҡан ризыҡ – сыр етештереү менән шөғөлләнергә булдыҡ. Тәүге осорҙа уны аҙлап ҡына өйөбөҙҙә эшләнек. Үҙебеҙҙән ҡалғанын һаттыҡ. Шулай бер аҙ аҡса тупланыҡ.
Артабан ирле-ҡатынлы Хачатур Арамович менән Мариэтта Карапетовна Оганесяндар Түбәнге Оло Йылға ауылында ҡасандыр район ҡулланыусылар йәмғиәте ҡарамағында булған, һуңғы йылдарҙа буш торған бер бинаны һатып ала ла, уны ремонтлап, кәрәкле ҡорамалдар ҡуйып цех асып ебәрә.
Уйлап ҡараһаң, сыр яһау өсөн әллә ни күп төрлө нәмә кәрәк түгел: һөт, тоҙ, ойотҡо һәм хлорлы кальций. Иң мөһиме – һөт күберәк булһын. Ә сеймалды табыу иһә Йәрмәкәй яҡтарында хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел – ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси хужалыҡтар етерлек. Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло: һөт етештереүселәргә — һатып алыусы, ә эшҡыуарҙарға сеймал эҙләп, шул маҡсаттан өҫтәмә сығым түгеп, әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел. Ғинуар, февраль айҙарында ғына ла Оганесяндар ауыл хужалығы предприятиеларынан, килограмына 12 һум 50 тин түләп, 17500, ә шәхси хужалыҡтарҙан килограмына 13 һумға 8300 килограмм һөт һатып алған.
Республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, Йәрмәкәйҙә лә эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙамлашырға әҙер торалар. Шулай, 2009 йылда Хачатур менән Мариэтта Оганесянға сырҙы вакуум ысулы менән төрөү ҡорамалы һатып алыу өсөн 300 мең һум аҡса бүленгән. 2010 йылда тағы шундай уҡ күләмдә субсидия бирелгән. Былар булдыҡлы эшҡыуарҙарға бер нисә йыл эсендә цехтарында эште тейешле кимәлдә ойоштороу һәм 13 кешене эш менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән.
Оганесяндар етештергән сырҙың һатып алыусылар өс төрөн айырыуса ярата. Тәүгеһе — “Сулугуни”, ул “Грузин сыры”, “Европа сыры” тип тә атала.
Икенсеһе – “Углич үрмәһе”, быныһы инде быҡтырылып, толом кеүек үрелеп яһала. Өсөнсөһө – брынза. Бөтәһе лә телде йоторлоҡ тәмле.
— Сырыбыҙ сифатлы булһын өсөн беҙ тейешле технологиянан тайпылмаҫҡа ынтылабыҙ, — ти Мариэтта Карапетовна. – Етештергән ризығыбыҙҙың килограмы ла запасҡа ҡалмай – төрлө ҡалаларҙан шунда уҡ килеп алалар, алдан заказ да биреп ҡуялар. Ҡулланыусыларыбыҙҙың күбеһе — яҡташтарыбыҙ, беҙҙең кеүек Кавказ тарафтарынан Башҡортостанға килеп төпләнгән кешеләр.
Сыр етештереү технологияһына килгәндә, Йәрмәкәй эшҡыуарҙары уны башҡа предприятиеларға барып та, үҙаллы ла үҙләштергән. Улай ғына ла түгел – Оганесяндар яңы һөнәрҙе туҡтауһыҙ камиллаштырырға ынтыла. Быны уларҙың өҫтәлдәрендә күренекле әрмән ғалимы Анушвали Нурзаяндың 1988 йылда зооветеринария институты студенттары өсөн нәшер ителгән “Һөт һәм һөт аҙыҡтары микробиологияһы һәм бактериология тикшереүҙәре ысулдары” исемле китабы ятыуы ла дәлилләй.
...Төҙөүсе менән уҡытыусының олоғайып барғанда өр-яңы һөнәр үҙләштереп, уны тотороҡло табыш сығанағына әйләндереүе — үҙе үк һоҡланғыс күренеш! Ә уларҙың, тыуған иле Әрмәнстанда тормош үтә лә ҡатмарлашҡас, алыҫ Башҡортостанға килеп, өр-яңы тормош башлауы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Оганесяндарҙың тәүәккәллеге, эшлеклелеге, булдыҡлылығы, һис шикһеҙ, оло ихтирамға лайыҡ. Шул уҡ ваҡытта, йәшерен-батырыны юҡ, күңелдә “Ниңә шундай уҡ эшмәкәрлеккә урындағы халыҡ тотона алмай һуң?” — тигән әсенеүле уй ҙа ярала...