Һыйыр һауыуҙа кем оҫта?09.07.2013
Һыйыр һауыуҙа кем оҫта?"Өҫән" ауыл хужалығы кооперативының йәйләүе был көндө оло һабантуй майҙанына әүерелде. Иртә менән ярыш урынына республиканың 50 районынан һыйыр һауыу оҫталары йыйылды. Ауыл эшсәндәренең маһирлығын билдәләүсе был сара республикала 38-се тапҡыр үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусылар һыйыр һауыу, һауыу аппараттарын һүтеп-йыйыу оҫталығын һәм теоретик белемен генә күрһәтеп ҡалманы, йыр-моңға һәләтен дә асып һалды.

– Төбәктең 25 ауыл хужалығы предприятиеһы, 22 меңдән ашыу шәхси хужалығы игенселек, малсылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә, уңыштары менән ҡыуандыра, – тине район хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин. – Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла арта, әле 130-ҙан ашыу ойошма теркәлгән. Нәҡ улар ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, халыҡҡа эш урыны булдыра.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов тәбрикләне.
– Ауыл еренә йәштәрҙе, махсус белемлеләрҙе йәлеп итеү йәһәтенән малсы менән игенсенең өлөшө иҫ киткес ҙур, – тине ул.
Эйе, хәҙер һауынсыларҙың хеҙмәт шарттары һәйбәт, күп эш автоматлаштырылған, фермалар һауын залдары менән йыһазландырылған. Заманса ҡорамалдар булғас, продукцияның сифаты ла яҡшы.
Бындай конкурстар ауылда кадрҙарҙы арттырыуға булышлыҡ итә, һауынсыларға үҙ-ара осрашып, фекер алышыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә. Белгестәр билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа бәйгелә йәштәр ҙә күпләп ҡатнаша. Мәҫәлән, әлеге конкурста "Иң йәш ҡатнашыусы" номинацияһында Ҡыйғы районынан 20 йәшлек Әлфирә Сәмиғуллина билдәләнде. Ҡариҙел районынан 32 йылға яҡын стажы булған Мөкфиә Камалова "Үҙ һөнәре буйынса иң оҙаҡ эшләүсе" номинацияһында бүләкләнде. Ир-егеттең дә көс һынашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәй. Архангел районынан Сергей Колбин күпселекте ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткән конкурста ҡатнашыуына үкенмәй. "Миңә бындай ярыш көс-дәрт кенә өҫтәй", – ти ул.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса 30 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында Туймазы районынан Айгөл Хәлимова беренселеккә сыҡты, төп төркөмдә беренсе баҫҡысҡа Өфө районының "Николаевка" агрофирмаһы һауынсыһы Наталья Мусина күтәрелде.


Вернуться назад