Бесән мул буласаҡ06.07.2013
Бесән мул буласаҡ“Алатау” йәмғиәтенең малсылыҡ комплексы ихатаһына килеп инеү менән йәнлелек күҙгә ташлана: кемдәрҙер заманса ҡураларҙа һауын һыйырҙарға аҙыҡ тарата, икенселәр сенаж менән тулған соҡорҙо һаҡлау өсөн ҡапларға әҙерләй. Алыҫтараҡ махсус төҙөлгән япма аҫтына бесән төргәктәре өйәләр…
– Яҙын тупраҡта дым етерлек булды, шуға ла мал аҙығы культуралары яҡшы үҫте, — тип ҡаршыланы йәмғиәттең генераль директоры урынбаҫары Йонос Биктимеров. — 2150 гектарҙа үлән сабып, тиҙ арала йыйып алдыҡ һәм ике мең тоннаға яҡын сифатлы бесән төргәкләнек. Был көндәрҙә уны яландан ҡайтарабыҙ.
Ул арала япма аҫтына, хуш еҫле үлән еҫтәре аңҡытып, тулы арба таҡҡан трактор килеп туҡтаны.
— Алдынғы механизаторыбыҙ Айнур Мәхмүтов, — тип таныштырҙы уның менән етәксе урынбаҫары. – 14 йыл тракторҙа эшләй, ҡушҡанды һәр саҡ еренә еткереп үтәй.
— Быға тиклем бесән йыйҙым, — ти Айнур. – Һауа торошо һәйбәт булды, эшкә бер ни ҡамасауламаны. Көнөнә уртаса 300-әр төргәк әҙерләнем. Хәҙер уларҙы комплекс ихатаһына ташыйбыҙ.
Арбаның бушағанын күреп, тракторсы йылдам ғына сираттағы рейсҡа юлланды.
Винер Ғөбәйҙуллин яландан килтерелгән бесән төргәктәрен тейәгес менән өйөмгә һала. Сит ил техникаһының бының өсөн бик ҡулайлы икәне лә, механизаторҙың үҙ эшен күңел биреп башҡарыуы ла асыҡ күренә.
— Беҙҙең өсөн яҡшы шарттар булдырылған, ике тапҡыр ашау ойошторолған, — тип бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп кенә өлгөрҙө Винер, ул арала тулы арба менән Әмир Басировтың тракторы килеп тә туҡтаны.
Мал аҙығы әҙерләү буйынса район хужалыҡтары араһында “Алатау” йәмғиәте — алдынғылар рәтендә. Эшсәндәрҙең бөтә ынтылышы йыл ярымлыҡ запас туплауға йүнәлтелгән. Иғлан ителгән айлыҡ барышында ла улар тырышып эшләне. Һөҙөмтәлә хужалыҡта ниәтләнгән күләмдең яртыһы кимәлендә бесән һәм сенаж әҙер ҙә инде.

Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад