һумдың баһаһы төшөүе бар. Ул мәлдә хаҡтар артыуын ғына көтөргә ҡаласаҡ05.07.2013
һумдың баһаһы төшөүе бар. Ул мәлдә хаҡтар артыуын ғына көтөргә ҡаласаҡРәсәй халҡын ил етәкселәре һәм иҡтисадсылар йәнә (инде нисәнсе тапҡыр!) девальвация, йәғни һумдың арзанайыуы менән ҡурҡыта. Әммә бер төрлө генә яуап ишетелмәй, шуға ла был йәмәғәтселектә икеле-микеле фекерҙәрҙең тыуыуына булышлыҡ итә.
Бөгөн долларҙың баһаһы 33 һумға яҡынлаша. Ә бит иҡтисад белгестәре бындай хаҡты көҙгә генә көткәйне. Финанс министры Антон Силуановтың дәүләт фондтарын тулыландырыу өсөн августа валютаны күпләп һатып алыу тураһындағы һүҙҙәре утҡа май һипкән кеүек булды, күрәһең: быны биржа "акулалары" бик оҫта файҙаланды – аҙна эсендә генә доллар тағы бер һумға өҫкә "ырғыны". Министрҙың Санкт-Петербургтағы иҡтисади форумда яһаған сығышы аҡланыу кеүегерәк килеп сыҡты: ул ниңәлер быға тиклем яңғыраған фекеренән баш тартырға булып китте. Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Герман Греф менән беренсе вице-премьер Игорь Шувалов та илебеҙҙәге тотороҡһоҙлоҡҡа күнегеп бөткән халыҡты тынысландырырға тырышты. Әммә бындай хәлдәрҙән һуң халыҡтың ҡаҡшап бөткән ышанысы тағы ла кәмей торған...
Әйткәндәй, девальвация тураһында хәбәр күптән йөрөй инде. Уны ил етәкселеге йылдан-йыл һүлпәнәйгән иҡтисадтың үҫешен көсәйтеү ысулы булараҡ күҙ уңында тотто. Әммә кире эҙемтәләрен байтаҡҡа күберәк татыуыбыҙ ихтимал. "Девальвацияның ниндәйҙер мәғәнәһе булырға тейеш, юғиһә ул халыҡ тарафынан бик алама ҡабул ителәсәк, һумға ғына түгел, хатта Хөкүмәткә ышанмаусанлыҡ тыуҙырасаҡ", – тип белдерә финанс белгестәре.
Әлбиттә, девальвацияның һайлау көнөнә ҡәҙәр буласағына ышаныуы ауыр. Был власть вәкилдәренең үҙҙәре ултырған ботаҡты балта менән сабыуына бәрәбәр буласаҡ. Әммә уның һуңынан үткәрелеүе лә ихтимал бит әле.
Әйткәндәй, һумдың арзанайыуы бөгөндән күҙәтелә. Һуңғы айҙарҙа ул тик түбән тәгәрәне. Шуға ла ил етәкселеге "йомшаҡ девальвация"ның иҡтисадыбыҙға отошлораҡ булыуын яҡшы төшөнә кеүек.
Финанс белгестәре ниндәй фекерҙә һуң? Уларҙың күбеһе оҙайлы һаҡламдарҙы АҠШ долларында тоторға кәңәш итә. Әммә йыйған аҡсаңды долларға әйләндереүҙе алдан хәстәрләргә кәрәк. Һумдың көндән-көн арзанайғанын бөтәһе лә төшөнгәс, һуң буласаҡ. Мәҫәлән, былтыр ҙа доллар ошо ваҡыттараҡ ҡиммәтләнде һәм 33 һумға барып етә яҙҙы, әммә уны был хаҡҡа һатып алыусылар отолдо, сөнки сентябрҙә АҠШ валютаһының хаҡы ҡабаттан 30,5 һумға ҡайтҡайны.
Ғөмүмән, девальвацияның булыу-булмауына ла шик етәһе. Ни тиһәң дә, ул беҙҙең илдән сеймал экспортлаусылар файҙаһына ғына. Әлбиттә, бюджеттың 60 процентҡа яҡын өлөшөн улар тулыландыра, шулай ҙа девальвацияның халыҡтың йәшәү кимәлен аҫҡа "тәгәрәтеүе" һәм хаҡтарҙың ҡапыл артыуына килтереүе ихтимал. Был мәлдә илдәге дәүләт сәйәсәтенән ризаһыҙҙар һаны байтаҡҡа артасағы көн кеүек асыҡ. Әммә девальвация үткәрелмәһә, бюджеттың килеме ҡырҡа кәмейәсәк, был бихисап социаль программаның үтәлешенә, бюджет өлкәһендәгеләрҙең хеҙмәт хаҡына, иҡтисадтың ауыл хужалығы кеүек мөһим тармаҡтарына кире йоғонто яһаясаҡ. Шуға күрә, девальвация яҡлылар фекеренсә, һумдың хаҡы 2008 йылғы кимәлгә етеүе бар. Йыл аҙағынаса евроның 44 һумға етеүе, ә долларҙың 34-35 һумға ҡәҙәр барып баҫыуы ихтимал икән.


Рәсәйҙәр аҡсаһын һумда һаҡлауҙы хуп күрә

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, ил халҡының күпселеге аҡсаһын һумда һаҡлай (88%). Долларҙа – ни бары 7% ҡына (2010 – 2011 йылдарҙа ундайҙар 9 – 11% булған). Евроға ышаныс байтаҡҡа аҙыраҡ – 3% (2010 – 2011 йылдарҙа – 8-9%). Бик һирәктәр генә башҡа валютаға өҫтөнлөк бирә (1%).
Һаҡламдарын һумдарҙа тотоуҙы өлкән йәштәгеләр (94%), йәшәү кимәле уртасанан түбәнерәк булғандар (93%), ҙур ҡалаларҙа (93%) һәм ауылдарҙа (92%) йәшәүселәр хуп күрә икән. Ә бына 18 – 24 йәшлектәр (11%), юғары килемлеләр (14%) һәм бәләкәй ҡалаларҙа көн итеүселәр (12%) ниңәлер долларҙа асылған вкладҡа өҫтөнлөк бирә.


Әгәр аҡсағыҙҙы долларға күсерергә ниәт итһәгеҙ, белгестәр бер нисә кәңәш бирә:

1 Валюталағы вкладтар буйынса ставка кимәле һумда асылғанынан күпкә түбәнерәк. Һуңғы ярты йылда долларҙың үҫеүенә ҡарамаҫтан, һумдағы депозиттар байтаҡҡа күберәк табыш килтергән.
2 Валютала асылған депозиттың да үтә табышлы булыуы бар, әммә уның өсөн иҫәбеңдә кәмендә 30 мең доллар йәиһә евро булырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, бындай аҡсаның күптәребеҙҙең төшөнә лә ингәне юҡтыр...
3 Әгәр һеҙгә хеҙмәт хаҡығыҙ һумда түләнә һәм һеҙ уны ошо килеш сарыф итергә йыйынаһығыҙ икән, һаҡламығыҙҙы долларға күсереүҙән әллә ни фәтүә булмаясаҡ. Уны икеләтә конвертациялауҙан (тәүҙә һумды – долларға, һуңынан долларҙы һумға әйләндереүҙән) бары тик аҡса юғалтасаҡһығыҙ.
4 Иң отошлоһо – аҡсағыҙҙы бер нисә валютала тотоу. Мультивалюталы вклад асһағыҙ (һаҡламығыҙ тигеҙ күләмдә долларҙа, еврола һәм һумдарҙа ятҡан осраҡта), отолмаясаҡһығыҙ.


Вернуться назад