“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышын үткәреү тураһындағы белдереү02.07.2013
“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (артабан — “Өфөоргсинтез” ААЙ, “Йәмғиәт”) акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышын үткәреү тураһындағы белдереү
“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең урынлашҡан ере:
450037, Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Республикаһы,
Өфө ҡалаһы.
“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советының 2013 йылдың 27 июнендәге ҡарарына ярашлы (2013 йылдың 27 июнендәге 11-се протокол), йәмғиәт акционерҙарының ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә сираттан тыш йыйылышын (артабан — “Йыйылыш”) үткәреү хаҡында белдерәбеҙ.
Ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә уҙғарылған Йыйылыш тауыш биреү өсөн бюллетендәр ҡабул итеү тамамланған көндә үткәрелә.
Тауыш биреү өсөн бюллетендәр ҡабул итеү тамамланған көн: 2013 йылдың 2 авгусы.
Тултырылған бюллетендәрҙе ебәреү өсөн почта адресы: 450000, Өфө-Үҙәк, 1286-сы а/й, “РЕЕСТР” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы.
Бюллетендәре ҡабул итеү тамамланған көнгә тиклем алынған акционерҙар Йыйылышта ҡатнашҡан тип иҫәпләнә.
Йыйылышта ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған кешеләр исемлеген төҙөү датаһы — 2013 йылдың 27 июне.
Йыйылышты үткәреүгә әҙерләнгәндә акционерҙарға тапшырылған мәғлүмәттәр (материалдар) исемлеге һәм уларҙы тапшырыу тәртибе:
— акционерҙарҙың сираттан тыш дөйөм йыйылышын үткәреү тураһындағы белдереү;
— көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса тауыш биреү өсөн бюллетень;
— “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Уставы проекты;
— йыйылыштың көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса ҡарар проекттары.
Акционерҙар Йыйылышты үткәреүгә әҙерләнгәндә тапшырылырға тейешле документтарҙың проекттары һәм сираттан тыш дөйөм йыйылыштың көн тәртибе материалдары менән 2013 йылдың 12 июленән алып 2 авгусына тиклем түбәндәге адрес буйынса таныша ала: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 139, “РЕЕСТР” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы.
Йыйылыштың көн тәртибе:
1. “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы ойошмаһы вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында.
2. “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы редакциялағы Уставын раҫлау тураһында.
“Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар
йәмғиәтенең Директорҙар советы.
Реклама.