Баш ҡалаға тағы бер күпер кәрәк02.07.2013
“Өфө” тимер юл вокзалын яныртыуҙы аҙағына еткереү өсөн (туғыҙ йыл буйы төҙөлә инде!) тағы ла 600 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Әммә уның икенсе сираты ла кәрәк тигән фекерҙә республика башлығы. Тимәк, сығымдарҙың миллиард һумдан ашып китеүе ихтимал.
Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары Николай Асаул фекеренсә, бөгөн Өфө үҙенең тимер юл вокзалы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. “Бында бөтәһе лә уңышлы эшләй: траволаторҙар бар, алыҫ йүнәлештәге поездан электричкаға, трамвайға, автобусҡа тура ултырыу мөмкинлеге булдырылған. Ысынлап та, өлгө итеп ҡуйырлыҡ проект, әммә уны мотлаҡ артабан үҫтерергә кәрәк”, – тип белдерҙе Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек эштәре менән танышырға килгән етәксе.
Әле вокзалдың беренсе ҡатындағы эштәрҙе тамамлау, тоннелде һуҙыу, туҡталҡалар булдырыу күҙҙә тотола. Тағы ла шуныһына иғтибар ителде: бөгөн тимер юл станцияһы аша 190 миллион тоннаға ҡәҙәр йөк уҙа, шуның яртыһы – хәүефле йөктәр, был үҙ сиратында ҡала халҡының именлеге өсөн борсолоу тыуҙыра. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, шуға күрә баш ҡаланы көньяҡтан урап үтәсәк тимер юл һалыу ихтыяжы тыуған.
Өфөлә ҡала электричкаһының ете станцияһы буласаҡ, уның беренсе өлөшөн 2014 йылда төҙөп бөтөү планлаштырыла. Әлегә әҙерлек эштәре бара.
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты Волга буйы федераль округында иң ҙурҙарҙан һанала. Шуға ҡарамаҫтан, уның халыҡ-ара терминалы сәғәтенә ни бары 200 пассажирҙы үткәреү һәләтенә эйә. Донъя кимәлендәге саралар көтөлгәндә, был аҙ, әлбиттә. Ошо уңайҙан уның үткәреү мөмкинлеген 600-700 кешегә тиклем арттырыу, аэродромды төҙөкләндереү һәм башҡа эштәрҙе башҡарып сығыу тураһында ла һүҙ булды. “Саммиттар ваҡытында бер генә рейс та тотҡарланырға тейеш түгел”, – тине Президент. Бөгөн иһә бөтә эштәр графикка ярашлы бара, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы менән аэропортты реконструкциялауҙы финанслау тураһында килешеү төҙөлгән.
Автомобиль юлдарын ремонтлау эштәре лә йылдам дауам итә, бөгөн М5 һәм М7 трассаларының ике участкаһын төҙөкләндереү бара ла инде. Тиҙҙән өсөнсөһөндә лә эш башланырға тора. Рөстәм Хәмитов баш ҡалаға тағы бер күпер кәрәклеген айырым билдәләне. “Өфө ҡалаһы ярымутрауҙа урынлашҡан, әммә бөгөн беҙҙең ни бары ике күперебеҙ бар. Өсөнсөһөн дә төҙөү ихтыяжы көнүҙәк. Әммә федераль ҡаҙнанан был маҡсатҡа аҡса тиҙ арала ғына бүленмәйәсәк. Төҙөлөштө финанслау мөмкинлеген бергәләшеп үҙебеҙ эҙләргә тейешбеҙ”, – тине ул.


Вернуться назад