Бөжәк кенә тиһәң дә...02.07.2013
Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы ҡара сиңерткәнең таралыуына килтерҙе, әммә республика Хөкүмәте тарафынан хәл контролдә тотола.
Тикшерелгән 117,24 мең гектар майҙандың 18,18 мең гектарында ҡара сиңерткә барлығы асыҡланған. Нигеҙҙә, был афәткә көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондар дусар булған.
Әлеге ваҡытта ҡара сиңерткә яуы Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Бәләбәй, Көйөргәҙе, Мәләүез, Йылайыр, Хәйбулла, Стәрлебаш, Учалы, Федоровка райондарында күҙәтелә, уларҙы бесәнлектәрҙә, ауыл хужалығы биләмәләрендә күпләп осраталар.
– Ауыл хужалығы культуралары баҫыуҙарында ҡара сиңерткә әлегә юҡ. Бөгөн был хәл даими контролгә алынған. Урындарҙа көн һайын ҡоротҡостарҙың үҫеше буйынса мониторинг үткәрелә, химик эшкәртеү ойошторолған. Етерлек күләмдә препараттар әҙерләнгән, тейешле техника бар, – ти ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов.
Самат СОЛТАНОВ, Әбйәлил районы хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы:
– Ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәш районда әүҙем бара. Әлегә баҫыуҙарҙы, бесәнлектәрҙе химик эшкәртәбеҙ, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә бик тә һөҙөмтәле һаналған “инсектицид” препаратын ҡулланабыҙ. Бөгөнгә 1,5 мең гектар майҙан эшкәртелгән. Көндәрҙең эҫе тороуы ҡоротҡостарҙы әүҙемләштерә, шуға ла районда ғәҙәттән тыш хәл индереләсәк. Ямғыр яумаһа, ҡара сиңерткәнең күрше Ҡаҙағстандан да осоп килеүе ихтимал. Был афәткә ҡаршы көрәшеү өсөн препараттар етерлек, техника бар.