“Маяҡ”та һәр кем маяҡ булырлыҡ02.07.2013
“Маяҡ”та һәр кем маяҡ булырлыҡРеспубликаның төньяғында ятҡан Яңауыл районында мал аҙығы культуралары ете мең гектар майҙанды биләй. Һауа шарттары әлегә бик ҡулай, шуға ла ҡышҡылыҡҡа етерлек сифатлы аҙыҡ туплау тейешенсә ойошторолған. Бар эште тиерлек ҡеүәтле техника башҡара, яландарҙа ҡыҙыу хеҙмәт шауы иртәнән кискә тиклем дауам итә.
“Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы районда алдынғылар рәтендә. “Үләндең торошо бик һәйбәт, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы мул буласаҡ”, — ти хужалыҡ етәксеһе Радик Нурмөхәмәтов.
Оҫта ашнаҡсы Эльвира Хәйбуллинаның тырышлығы менән механизаторҙарға көнөнә ике тапҡыр йылы аш бирелә. Етәкселәрҙең хәстәрлеге арҡаһында яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ.
Яҡшы һауа шарттарын файҙаланып, юғары сифатлы бесән әҙерләп ҡалыу өсөн күп көс һала кооператив эшсәндәре. Тракторсы Тәғәзип Карамовты кәзә үләнен төргәкләгәндә тап иттек. Бер нисә көн элек сабылған үлән йәйҙең ҡыҙыу ҡояшы аҫтында шатырлап кипкән.
— Мал аҙығының сифатын һаҡлайым тиһәң, уны тиҙерәк йыйып алырға кәрәк,” — ти был эште өс тиҫтә йыл башҡарыусы тәжрибәле механизатор. — Шуның өсөн тырышам да инде. Бөгөн был яланда эште теүәлләп, икенсеһенә күсергә ниәтем.
Шулай тине лә тракторына табан атланы. “Бик тырыш. Көнөнә уртаса йөҙ төргәк йыя”, — тип маҡтап оҙатып ҡалды уны хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Инзиф Низамов.
“Маяҡ” кооперативында 600 баш һыйыр малы аҫрала. Ҡышҡы шарттарҙа ла мул һөт алыу өсөн аҙыҡтың төрлөһө булыуы шарт. Быны яҡшы аңлайҙар хужалыҡта. Әле сифатлы сенаж да туплана. Бында төп эште “КСК-600” комбайнында Алмас Муллайәров башҡара. Ул — Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты, тыуған ауылына практикаға ҡайтҡан. Бәләкәйҙән техника “ене” ҡағылған егет мал аҙығы әҙерләүҙең тәүге көнөнән баҫыу карабына ултырған, эшен ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара. Етәкселәр маҡтап бөтә алмай үҙен.

Яңауыл районы.


Вернуться назад