Moody,s халыҡ-ара рейтинг агентлығы, сит ил һәм милли валютала йөкләмәләр эмитенты булараҡ, Башҡортостан рейтингын “Ваа3” кимәленән “Ва1” кимәленә күтәрҙе.
Агентлыҡ хәбәр итеүенсә, рейтингтар прогнозы “ыңғай”ҙан “тотороҡло”ға үҙгәртелде. Был хәл республикалағы ликвидлыҡ ҡеүәте һәм бурыс кимәленең түбән булыуы менән бәйле. Башҡортостан бюджетҡа оҫта идара итә, һөҙөмтәлә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда республикала ликвидлыҡ профиле иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. Төбәктә бурыс бик түбән, былтырғы операциялар табышынан ни бары 12 процент тәшкил итә. Аналитиктар әйтеүенсә, был күрһәткес киләһе өс йылда ла 20 проценттан артмаясаҡ. Тимәк, Башҡортостан бурысты үҙе түләү мөмкинлегенә эйә. Республикала 4 миллион самаһы кеше, йәғни Рәсәй халҡының 2,8 проценты йәшәй. Тулайым төбәк продукты бында бөтә илдекенең 2,1 процентын биләй. Иң мөһим тармаҡтар — сәнәғәт (2012 йылда — 42,8 %), шулай уҡ сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе (42,4 %).
ИНТЕРФАКС-Волга буйы, ИНТЕРФАКС-АФИ.