Электр ҡиммәтләнә29.06.2013
Башҡортостанда 1 июлдән электр энергияһына хаҡ яҡынса 11,9 процентҡа ҡиммәтләнә. Хәҙер ул ҡала халҡы өсөн 2 һум 26 тин буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле электр энергияһының 1 кВт-ы ҡалала 2 һум 02 тингә баҫа. Ә электр плитәһе менән йыһазландырылған йорттарҙа көн итеүселәр 17 тингә артығыраҡ түләйәсәк (әле 1 һум 41 тин).
Башҡа коммуналь түләүҙәр ҙә күтәрелә. Мәҫәлән, газ 15, йылылыҡ – 12,1, ә һыу 6,8 процентҡа ҡиммәтләнер тип күҙаллана. Әйткәндәй, төбәк буйынса был уртаса күрһәткес, уның ҡала һәм райондарҙа башҡасараҡ булыуы ла ихтимал. Әммә шатланырға ла сәбәп бар – һыу бүлеү һәм йылытыу менән бәйле дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү бөтөрөлә.


Вернуться назад