Риф Байбурин 40 йылдан ашыу ферма мөдире булып эшләй. Элек миллионер булған Ленин исемендәге колхоз тарҡалғас, бөтә ауыл халҡы эшһеҙ тороп ҡалды, күптәр ҡалаға китте. Ул осорҙа Риф Тимур улының пенсия йәше лә етеп бара ине.
“Инвестор” һүҙе ауыл халҡы ҡолағына бик ятышлы булып сыҡты. Сәфәр ауылы халҡы тап бынан дүрт йыл элек ошо һүҙҙең мәғәнәһенә төшөндө. Екатеринбургтан килгән эшҡыуар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең, бигерәк тә ит һәм һөттөң үтемле тауар буласағына ышанып, “Нурис” исемле хужалыҡ ойоштороп ебәрә. Тәжрибәле белгестәргә, шулар араһынан Риф Байбуринға ла, эш тәҡдим итәләр. Бөгөн фермала 360 баш ҡара сыбар тоҡомло һыйыр аҫрала. Көн дә алты тонна сифатлы һөт Миәкә заводына оҙатыла. — Бөтә эште алты һауынсы башҡара. Ферма, юлдар, мал аҙығы келәттәре төҙөкләндерелде, күп кенә техника алынды. Үҙ көсөбөҙ менән баҫыу эшен теүәлләйбеҙ, — ти ферма мөдире ҡыуанып. Хужалыҡта малдар ишәйә. Әле уларҙың һаны — 870 баш. Быйыл марттан тоҡомсолоҡ заводы статусын алғандар. Тимәк, хәҙер таналарҙы юғарыраҡ хаҡҡа ла һатырға була. — Малдар тәрбиәле, аҙыҡ етерлек, ваҡытында витамин, аҡһым бирелә, вакцинация үткәрелә. Шуға ла былтыр һәр һыйырҙан 5 600 килограмм һөт һауып алынды. Араһында “рекордсменка” ла бар, йылына 10 мең литр һөт бирә, — ти һауынсы Зилә Ҡорбанғәлиева. Зилә Сәфәр ауылына 22 йыл элек баш ҡаланан күсеп килгән икән. Өс бала үҫтерә, улары уҡыуҙы тамамлап, эшләп йөрөй. — Ауылдан китке килмәй, — ти ул. Әйткәндәй, баш зоотехник Гөлнара Ғатауллина ла яңы хужалыҡта дәртләнеп эшләй. Уның эшмәкәрлеген районда иң яҡшы зоотехник тип баһалауҙары юҡҡа түгел. Заманса фермала эшләү өсөн уға, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларына барып, белемен камиллаштырырға, алдынғы мегафермаларҙа тәжрибә тупларға тура килгән. Ә бына баш инженер Азат Ғәлимов техниканы һаҡсыл тотоп, үҙ көстәре менән сәсеүҙе атҡарыуға ҙур көс һалған. — Әлтәф Ниғмәтуллин — уңған механизаторҙарҙың береһе. “Джон-Дир” кеүек заманса техниканы “ауыҙлыҡлай”. Уңған ғаилә башлығы булараҡ та хөрмәт ҡаҙанған. Шундайҙар хужалыҡтың уңышына тос өлөш индерә, — тине Азат Зәки улы. “Нурис” йәмғиәте Шишмә районында йылдам үҫешкән предприятиелар иҫәбендә. “Киләсәктә умартасылыҡты, теплица хужалығын үҫтерергә ниәтләйбеҙ”, — ти етәксе Рөстәм Исаев. Хеҙмәткәрҙәрҙең көнкүреше хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Мәктәп, балалар баҡсаһын ярҙамдан өҙмәйҙәр.
Шишмә районы.