Йәштәр эш шарттарын белһә икән...26.06.2013
Йәштәр эш шарттарын белһә икән..."Урал" ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк фермаларында бөгөн һыйырҙар мөңрәшкәне түгел, ә оҫталарҙың балта тауышы ғына ишетелә. Аҙбарҙарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү бара: серегән иҙәндәрҙе, ҡайһы бер урында түбә таҡтаһын алмаштыралар, тәҙрә быялаһы ҡуялар. Эш бөтәме ни инде фермала! Биналарҙы дезинфекцияларға, ағартырға ла кәрәк – һәр ерҙә эшсе ҡулдар талап ителә.
Хужалыҡтың 400-ҙән ашыу баш малы — әле тәбиғәт ҡосағында. Ике йәйләү ойошторолған: быйыл 140 баш һауын һыйырын һимертеүгә ҡуйылған башмаҡтарҙан айырым тоторға булғандар.
– Хәҙер малсыларға – хөрриәт. Элекке кеүек һөттө, һыуҙы көйәнтәләп ташып аҙапланырға кәрәкмәй. Төп һөтсөлөк фермаларында ла, йәйләүҙә лә үткәргестәр, һыуытҡыстар ҡуйылған, күп эш механизацияланған, – ти хужалыҡ рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Эльвир Солтангиров.
Бында ике ауылдан 31 кеше мәшғүл. Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисермәйҙәр, тик ҡайһы саҡта махсус белемлеләрҙең етешмәүе үҙен һиҙҙереп ала икән. Шул уҡ ваҡытта район хакимиәте йүнәлтмәһе буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән йәштәр, диплом алғас, ауыл урынына ҡаланы һайлай. Шуға ла кадрҙарға ҡытлыҡ һаман да көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Араларында эшкә урынлашып, тейешле пособие алғандан һуң да артабан ауылда ҡалыуҙан ҡырҡа баш тартыусылар осрай икән. Үкенескә ҡаршы, бындай хәл бөгөн Асҡын тарафтарында ғына күҙәтелмәй.
Шулай ҙа йәмғиәт махсус белемлеләр килеренән өмөт өҙмәй, улар өсөн ике йорт төҙөлгән һәм әлегә... буш тора.
Техниканың, биналарҙың иҫкереүе лә борсой етәкселекте. Етештерелгән продукцияға, атап әйткәндә, иткә, һөткә хаҡтың түбәнлеге лә хафаға һала. Эшкәртеүселәр хужалыҡ менән тиҙ арала иҫәпләшергә ашыҡмай, аҡса күсереүҙе тотҡарлай. Хужалыҡ иттең килограмын ни бары 140 һум менән тапшырһа, һөттө Асҡын заводына 11 һум менән оҙата.
– Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа күрмәнек, тик үкенестәр генә. Магазин кәштәләрендә ситтән индерелгән ит тулып ята, ә үҙебеҙҙә етештерелгәне бик һирәк. Ауыл халҡының хеҙмәте бөгөн юғары баһаланмай шул, һаман бөлөү хәлендә улар, – ти Эльвир Закуан улы. – Әммә ауылдаштарыма һоҡланам: һис бошонмайҙар, тырышып эшләйҙәр.
Хужалыҡ етәкселеге ҡышҡы осорға һыйырҙар һанын тағы ла арттырыу, уларҙың тоҡомон яҡшыртыу буйынса ҙур эш программаһы булдырған. Йәш, тырыш һәм үҙ эшен намыҫ менән башҡарған, бүтәндәрҙән дә шуны талап иткән рәйес барҙа, йәмғиәт һәр саҡ алда булыр, яңы уңыштары менән ҡыуандырыр.
Асҡын районы.


Вернуться назад