Ауыл кешеһенең иркенләп ял итергә лә ваҡыты юҡ, сөнки яҙғы баҫыу эштәре тамамланып, һабантуйҙар үтеү менән, мал аҙығы әҙерләү осоро башлана. Ҡыҙыу мәл икәнен һәр кем яҡшы аңлай. Боронғолар: "Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур", – тип тиккә әйтмәгән.
– Йыл уңай килде, ямғыры ла ваҡытында яуҙы. Баҫыу-яландарҙа бесән күпереп үҫкән, иренмәй сабып ҡына ал, – ти Хәмитов исемендәге шәхси предприятие башлығы Рәсим Хәмитов. – Эш дәррәү бара, техника төҙөк, яғыулыҡ булғас, тотҡарлыҡ юҡ.
Хужалыҡтың өс мең гектар майҙандан ашыу ере бар. Әле ауыл эшсәндәре 87 гектарҙағы люцернаны саба. Механизаторҙар яҫмаларҙың ҡалын булыуына ҡыуана. Көн буйына кипкән бесән баҫыуҙа оҙаҡ ятмай, ҡеүәтле техника ярҙамында төргәктәргә төрөлөп, йәмғиәт ихатаһына ташыла. Мал һаны ла ҙур ғына: 500-гә яҡын һыйыр аҫрала. Ә ишле малға аҙыҡ та мул талап ителә, шуға ла хужалыҡ эшсәндәре етерлек күләмдә запас булдырырға тырыша. Бөгөн малдар – йәйләүҙә. Бөтә һөтсөлөк фермалары, шул иҫәптән йәйге лагерҙар ҙа, заманса һыуытҡыстар, үткәргестәр менән йыһазландырылған. Көн дә ике мең тоннаға яҡын һөт Бәләбәй заводына оҙатыла.
– Мәктәптән һуң тура бында эшкә килдем. Хәрби хеҙмәттә лә булдым, иптәш егеттәр ҡалаға "ҡоҙалаһа ла", күңелем тартманы, – ти йәш механизатор Артем Аҡтимеров.
Эш ырамлы барһын өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, аҡсаһын да һуңлатмай бирәләр. Бары эшлә генә.