Ябай крәҫтиәнгә нимә эшләргә?18.06.2013
Оло кеше булараҡ, бөгөнгө ауылдың хәле, үҫеше, халҡының тормошо, Хөкүмәтебеҙҙең уға мөнәсәбәте, ярҙамы тураһындағы фекерҙәрем менән уртаҡлашырға теләйем. Ғүмер буйы тыуған яғым файҙаһына тырышып эшләнем, шуға күрә ауылға ҡарата үткәрелгән дәүләт сәйәсәтенә баһа бирергә хаҡым барҙыр, тип уйлайым.

Тыуған яғым — һигеҙ ауылдан торған Билән ауыл Советы — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре сигендә урынлашҡан. Биләмәнең тормошона һәм үҫешенә уның географик урыны ҙур йоғонто яһай. Ҡасандыр республикалағы иң ҙур “Билән” совхозы булған ерҙә хәҙер һөҙөмтәле эшләгән етештереү объекттары бөтөнләй юҡ. Ә бит элек был совхозда ғына 800 самаһы кеше мәшғүл ине. Хеҙмәткә һәләтле халыҡтың төп өлөшө республиканан ситкә китә, урындағы бюджетҡа бер ниндәй ҙә килем индермәй. Урындағы ҡаҙна 90 процентҡа дотациялана. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукцияһы, нигеҙҙә, ғаиләлә генә ҡулланыла, сөнки элекке райпо ҡарамағындағы әҙерләү конторалары, махсус һатып алыусылар юҡ.
Район буйынса ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Тәьминәт һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары ҡалманы тиерлек. Һуңғы йылдарҙа нефть базаһын Мөрсәлимгә күсерҙеләр, һөҙөмтәлә 20 кеше — эшһеҙ, район бюджеты килемһеҙ ҡалды. Хәҙер хужалыҡтарҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү өсөн 300 саҡрымдан ашыу юл үтергә кәрәк. “Сельхозхимия”, “РТП”, “Агроснаб”, “ПМК”, райпо, сыр заводы кеүек төп предприятиелар ҙа юҡҡа сыҡты. Төбәк иҡтисадын эҙмә-эҙлекле үҫтереү өсөн иң элек аҡса кәрәк. Проекттарын тәҡдим итерлек инвесторҙар ҙа юҡ. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа йәштәр, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, йорт һала башланы. Район һәм ауыл Советы етәкселеге уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итә.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын 2015 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса урта сроклы программаға ярашлы, беҙҙең ауыл Советында тәүгеләрҙән булып Яңы Балаҡатай менән Перевоз араһындағы юлға асфальт түшәлергә тейеш, тинеләр. Был юл Өфө менән Екатеринбургты тоташтырып, арауыҡты 92 саҡрымға яҡынайтыр ине. Ләкин һаман эш ҡағыҙҙа ғына ҡала, бер ниндәй ҙә алға китеш юҡ. Ә һәйбәт юл районыбыҙ үҫешенә ҙур этәргес бирер, тип ышанғайныҡ. Бөгөн мәктәптәр, дауаханалар, башҡа социаль объекттар ябыла. Был аяныслы күренеш кешеләрҙе ауылды ташлап, ҡалаға, ҙур ҡасабаларға китергә мәжбүр итә.
Әлбиттә, хәл бөтөнләй насар тип әйтеп булмай. Һуңғы тиҫтә йылда ауыл Советы биләмәһенә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Н.И. Крюковтың тырышлығы менән газ үткәрелде. Урта мәктәп төҙөлдө, участка дауаханаһы төҙөкләндерелде. Перевоз ауылынан башлап юлға асфальт түшәй башлағайнылар, тик, 600 метрға һалдылар ҙа, шуның менән эш туҡтаны.
Үрҙә яҙылғандарға йомғаҡ яһап, шуны әйтмәксемен: ауылға ҡарата үткәрелгән бөгөнгө сәйәсәт, минеңсә, тамырынан дөрөҫ түгел. Оҙаҡҡа иҫәпләнгән план юҡ бит. Фермерҙар аҙ ғына субсидияға риза булып, шәхси энтузиазм менән генә алға ынтыла. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукциялары хаҡтары араһында айырма ҙур. Мәҫәлән, 25 йыл элек һөттөң бер литры — 28, дизель яғыулығы 6 тин ине. Хәҙер һөт — 12, дизель яғыулығы — 32 һум. Хаҡтар нисбәте бындай булғанда, ауыл хужалығы етештереүенең табышлылығы хаҡында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Әлбиттә, әле дәүләт ҙур ауыл хужалығы холдингтарына баҫым яһай. Ә ябай крәҫтиәнгә нимә эшләргә һуң?


Вернуться назад