Бүҙәнә йомортҡаһы файҙалы22.12.2011
Бүҙәнә йомортҡаһы файҙалыҠошсолоҡ — ауыл хужалығының иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был тармаҡ һуңғы йылдарҙа айырыуса йылдам үҫешә. Илеш районының агросәнәғәт комплексында “Смена” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лайыҡлы урын биләй. Иҡтисади ҡыйынлыҡ осоронда хужалыҡ үҙ потенциалын кәметергә, коллективты ҡыҫҡартырға мәжбүр була. Шулай ҙа предприятие төп тармағын һаҡлап алып ҡала алды, үҫеш юлына баҫты. Уға талапсан, тынғыһыҙ, тәжрибәле белгес Илфир Әхмәҙуллин етәкселек итә.
Йыл башынан бында 100 мең баш тауыҡ себеше, ҡаҙ бәпкәләре һәм ит һатылған. Продукцияны Ҡалтасы, Краснокама, Бөрө, Дүртөйлө, Баҡалы райондары һәм күрше Татарстан халҡы теләп һатып ала.
Ҡошсолоҡ станцияһы ике гектар майҙанды биләй, һигеҙ корпусы бар, өс инкубатор цехы эшләй. Бында бер юлы 135 мең себеш сығарып була.
— Цехтар заманса йыһазландырылған, тиҙҙән тағы ла бер ҡорамал урын аласаҡ, — ти йәмғиәт директоры Илфир Фәүзелйән улы.
Әле предприятиела һатыуға тәғәйенләнгән айырым төркөмдәрҙә бер һәм өс айлыҡ ҡаҙ бәпкәләре аҫрайҙар. Ҡаҙҙарҙы көтөп мәшәҡәтләнәһе юҡ, улар ферма янындағы йылғала үҙаллы йөрөй. Ҡошсолар Әлфинә Фәррәхова менән Әлиә Әйҙуллина эштәренә яуаплы ҡарай, аҙыҡты һәр ҡоштоң йәшенә ҡарап әҙерләй, аҡһым, минераль өҫтәмәләр, витаминдар менән тулыландыра.
Йәмғиәт әле эшмәкәрлеген киңәйтеү өҫтөндә ныҡышмалы эш алып бара. Һәйбәт ремонт үткән. Һыу менән тәьмин итеү системалары алмаштырыла, газ үткәргес урынлаштырыу өсөн әҙерлек бара һәм яңы бина төҙөү күҙ уңында тотола.
Предприятиеның техника паркы ла бай. Аҙыҡ әҙерләүҙә, һалам туплауҙа ҡыйынлыҡтар юҡ.
— Киләсәктә ҡаҙ һанын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Бүҙәнә төркөмдәре яңыртыласаҡ. Был ҡоштарҙың йомортҡаһы тәмле. Иң мөһиме — унда сальмонеллез юҡ, шуға балаларға ашатырға ла, йомортҡаны сей килеш эсергә лә мөмкин. Өҫтәүенә йомортҡа витаминға, микро-макроэлементҡа бай. Халыҡ араһында ла ихтыяж менән файҙалана. Бөгөн йәмғиәт етештереү ҡеүәттәрен артабан үҫтереү, продукция төрөн арттырыу хыялы менән йәшәй.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.


Вернуться назад