Аҡса хакимлыҡ иткән йәмғиәттең киләсәге юҡ14.06.2013
Аҡса хакимлыҡ иткән йәмғиәттең киләсәге юҡИң мөһиме — шәхси хужалыҡтарҙы көсәйтеү, малды бөтөрмәү
Европа буйлап финанс көрсөгө шәүләһе йөрөгәндә, Рәсәй иҡтисадының киләсәге нисек булыр? Донъялағы торғонлоҡ бер килеп хәлебеҙҙе бөтөнләйгә ҡаҡшатып ҡуймаҫмы? Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ошондай мәлдә инеүебеҙ аҡылһыҙлыҡ булманымы, 2008 йылдағы кеүек көрсөк тағы ҡабатланмаҫмы? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ билдәле сәйәсмән, профессор, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы Хәлил Әбүбәкер улы БАРЛЫБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Сатан кеше хәлендә

– Хәлил Әбүбәкер улы, әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе Рәсәй иҡтисадынан башлайыҡ. Һуңғы мәлдә уның үҫеше бер аҙ һүлпәнәйҙе, был күптәрҙе, шул иҫәптән ил етәкселеген дә борсолорға мәжбүр итә. Мәҫәлән, эске тулайым продукт күләме былтыр ни бары 3,4 процент тәшкил итте. Һеҙ, билдәле иҡтисадсы һәм сәйәсмән булараҡ, ошо хәлде нисек баһалайһығыҙ? Рәсәй торғонлоҡҡа эләкте тиергә буламы? Әллә был Европалағы көрсөктөң шауҡымы ғынамы?
– Әлбиттә, бында бер генә сәбәпте атап булмай, улар күп төрлө һәм оҙайлы йоғонто яһаған бихисап факторҙарға бәйле. Был — совет осоронан уҡ иҡтисадҡа дөрөҫ етәкселек итмәүҙең һөҙөмтәһе. Нефть һәм газ кеүек тәбиғи сеймалдарҙың хаҡына туранан-тура бәйле Рәсәй иҡтисады бөгөн генә барлыҡҡа килмәне бит. Үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ әйтә килдем: иҡтисадыбыҙ гипертрофияланған, йәғни бер яҡлы ғына үҫешә, ә бер аяҡлы кеше сатан булған кеүек, иҡтисадыбыҙ ҙа шул сатан хәлендә. Беҙҙең төп етештереү фондтары совет осоронда уҡ иҫкерә башлағайны. Бөгөн иһә эшлектән сығып бөттө, сәнәғәт тармаҡтары бөтөнләй "ҡартлыҡ" кисерә. Был — 90-сы йылдарҙа ла иҡтисадҡа ил етәкселегенең дөрөҫ идара итә белмәүенең, реформаларҙың, хосусилаштырыуҙың дөрөҫ үткәрелмәүенең һөҙөмтәһе.
Ошоларҙы һәр ваҡыт һыҙыҡ аҫтына ала килдем. Байлығыбыҙ яуапһыҙ кешеләр ҡулына эләгә, тип 1992 йылдың декабрендә Башҡортостан Юғары Советы сессияһындағы сығышымда ла әйткәйнем: иҡтисадтың үҫеше, хосусилаштырыу бөгөнгө хәлдә барһа, илебеҙ һәләкәткә тарыясаҡ. Шул осорҙоң һөҙөмтәһе сағыла хәҙер. Әммә әле лә ил етәкселеге иҡтисадҡа бигүк дөрөҫ идара итә белмәй, минеңсә. Яңы быуатҡа аяҡ баҫҡанда хәлебеҙҙе нығытырға мөмкинлек бар ине. Нефткә хаҡ юғары булыу сәбәпле, илебеҙҙең дә табышы ҙур булды, әммә шул мәлдә ошо финанс ресурстары дөрөҫ файҙаланылманы. Уларҙы халыҡтың түләү мөмкинлеген арттырыуға, төрлө сәнәғәт тармаҡтарын, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтергә, йәғни реаль секторға һалырға кәрәк ине. Ә беҙҙекеләр сит ил ҡағыҙҙарына, алтынға һалып, шуларҙың өҫтөндә "ростовщик" хәлендә ултырыуҙы хуп күрҙе. Бөгөн тап ошоноң һөҙөмтәһен тоябыҙ ҙа инде.
Шулай уҡ илебеҙ XX быуат аҙағында донъя кимәлендә барған глобалләшеү тигән күренешкә юлыҡты. Рәсәй донъя иҡтисадына көслө ылыҡтырыла башланы. Быға ғәжәпләнергә кәрәкмәй, нефть һәм газ кеүек тәбиғи байлыҡтарҙы һатыуҙан табыш алған илдәрҙең был бөтәһенә лә тиерлек хас күренеш. Бөгөн дә беҙ ошо хәлдә: Рәсәй кеүек үтә ҙур илдең иҡтисадын тиҙ генә башҡа тарафҡа бороп алып китеү еңелдән булмаясаҡ.
– Ә Рәсәй иҡтисадының торғонлоҡҡа эләгеүендә Европала күҙәтелгән көрсөктөң йоғонтоһо бар, тиергә буламы?
– Әлбиттә, бар. Иген үҫтереп, бер мәл уны элеваторға алмай башлаһалар, нимә эшләйһең? Бында ла шул уҡ хәл, Рәсәй менән Европаның иҡтисады ла бер-береһенә туранан-тура бәйле. Көрсөккә эләгеү менән Европа илдәренең беҙҙең нефть менән газға ихтыяжы кәмей төштө. Был глобалләшеү күренешенең сираттағы миҫалы инде.
– Яңыраҡ ҡына Владимир Путин Эльвира Нәбиуллинаға иҡтисадтың үҫешенә этәргес булырлыҡ юлдар эҙләргә ҡушты. Һеҙҙеңсә, ундай мөмкинлек ҡалғанмы һәм бөгөнгө хәлдә беҙгә ниндәй саралар ярҙам итә ала?
– Мөмкинлек һәр ваҡыт бар. Хатта берәү һөжүм итеп килгән мәлдә лә ҡасып ҡотолоу йә ҡаршылыҡ күрһәтеп еңеүгә өлгәшеү ихтималлығы ҡала әле. Шуға ла Эльвира Нәбиуллина менән Игорь Шуваловҡа ошондай бурыс ҡуйылды ла инде. Ләкин һаман да, нигеҙҙә, финанс саралары аша йоғонто яһау юлдары ғына ҡарала.
– Глобаль көрсөктөң йоғонтоһо бындай тырышлыҡты юҡҡа сығармаҫмы?
– Башҡа илдәр ҙә үҙ мәсьәләләрен ыңғай хәл итә башлаһа, беҙҙең иҡтисадтың артабан үҫешенә был өҫтәмә этәргес кенә буласаҡ.

Аҡыл һәм ғәҙеллек кенә ҡотҡара ала


– Иҡтисади торғонлоҡ мәлендә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүебеҙ ыңғай күренеш тиергә буламы? Әллә артҡа һөйрәүсе бер фактор ғынамы? Был аҙымды нисек баһалар инегеҙ, сөнки, ни тиһәң дә, халыҡ әлегә иҫ киткес үҙгәрештәрҙе тойҙо тип әйтеп булмай.
– Был юлға сығырға ниәт иткән кешенең, ҡапҡанан сыҡҡас, әллә бармайым да ҡуяйыммы икән, тип икеләнеүенә бәрәбәр. Глобалләшеү тармағына инә башлағас, беҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ла булырға тейешбеҙ. Инеүен индек тә, әммә, ғәҙәттәгесә, рәсәйҙәрсә тип әйтәйекме икән, ыңғай мөмкинлектәрҙе ҡулланыу урынына, ҡайһы берәүҙәр ҡомһоҙланып уның файҙаһын үҙ кеҫәһенә күсерә башланы. Халыҡҡа, илгә, дөйөм иҡтисадҡа түгел, ә үҙ кеҫәһенә. Әйтәйек, был ойошмаға ингәс, магазиндарҙа ауыл хужалығы продукттары арзанайырға тейеш ине. Сәбәбе билдәле: конкуренция ҡырҡа көсәйҙе. Әммә аралашсылар, һатыусы фирмалар ҡуйған хаҡты, киреһенсә, арттырып, табышты үҙ мәнфәғәтендә файҙалана, йәғни айырманы үҙ кеҫәһенә һала башланы. Был илебеҙ етәкселегенең, ошоно күреп, яйға һала белмәүенән, тейешле контроль булдырыусы закондар системаһы юҡлыҡтан, уларҙы тормошҡа ашырыусы органдарҙың эшләп еткермәүенән килә лә.
– Һуңғы айҙарҙа ла иҡтисад байтаҡ үҙгәреш кисерҙе, фонд баҙары аҫҡа тәгәрәй. Белгестәр ҙә өмөтләндермәй. Ошо ваҡытты, 2008 йылдағы кеүек, көрсөк башы тиергә буламы? Әллә был алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта тиеүгә тиңме?
– Ҡапыл ғына әйтеп булмай. Беҙ иртәгә көн торошо нисек булырын белһәк тә, иртәнән һуңғыһын күрәҙәләй генә алабыҙ бит. Ә унан һуң нисек булырын Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә, йыш ҡына өмөтләнгәнебеҙ бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәй. Иҡтисадта иһә унан да ҡатмарлыраҡ. Фонд баҙары түбәнгә тәгәрәүҙән халыҡҡа бер ниндәй зыян юҡ, ул иң тәүҙә үҙ байлығын ошонда һаҡлаусыларға юғалтыу килтерәсәк. Ә башҡаларға иҡтисадтағы бөтөн бәйләнештәрҙең өҙөлөүенән генә зыяны булыуы ихтимал. Банктарҙағы, финанс системаһындағы бәйләнештәр өҙөлһә, иҡтисадтағы бәйләнештәр юҡҡа сығасаҡ һәм кәрәкле продукт халыҡҡа килтереп еткерелмәйәсәк. Быны беҙ СССР тарҡалғанда күрҙек. Ул мәлдә ошондай бәйләнештәр юҡҡа сығып, бөтә иҡтисад бартер алымына күсте бит. Фонд системаһы емерелә ҡалһа, был хәлдең донъя кимәлендә лә ҡабатланыуы ихтимал. Әлбиттә, ҡасан икәнен теүәл генә әйтеп булмай. Ә ул берәй мәл мотлаҡ емереләсәк, һәм бөтә донъя ошо арҡала ҙур ҡытлыҡ кисерәсәк, сөнки бөгөнгө капитализмдың киләсәге юҡ. Аҡса хакимлығына ғына ҡоролған йәмғиәт мәңге йәшәй алмай.
– Ә уға ниндәйерәк система алмашҡа киләсәк? Һеҙ бөгөн фараз ҡыла алаһығыҙмы? Әлеге мәлдә арабыҙҙа Маркс менән Энгельстың хеҙмәттәренә ҡабаттан әйләнеп ҡайтыусылар ҙа юҡ түгел бит...
– Әлбиттә, Маркс менән Энгельс күрәҙәләгән система саф рәүештә генә килмәүе лә ихтимал, әммә ниндәйҙер формала уларҙың хеҙмәттәрендә әйтелгән фекерҙәр тормошҡа ашырыласаҡ. Бөгөн кешелек донъяһы менән аҡса, йәғни капитал хакимлыҡ итә, әммә, ҡабатлап әйтәм, аҡса хакимлыҡ иткән системаның киләсәге юҡ. Сөнки ул бөтөнләй ғәҙел түгел һәм йәшәйештең ысынбарлығына тура килмәй. Бының өсөн кешелек донъяһы аҡыл һәм әхлаҡ нормалары өҫтөнлөк иткән йәмғиәткә күсергә тейеш. Аҡса һәм капитал хакимлығынан ҡотолоп, аҡыл менән ғәҙеллеккә ҡоролған йәмғиәткә. Әлбиттә, был еңел генә бирелмәйәсәк, иртәгә һәм иртәнән һуң ғына күсмәйәсәкбеҙ әле. Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә йыл дауамында күсәгилешлелек булырға тейеш. Аҡса һәм капитал хөкөм иткән донъя кешелектең тамам үҙәгенә үтеп, күп кенә һәләкәттән һуң, кешелек донъяһы аҙ ғына аҡылға ултырғас көтөлә ул. Әгәр ҙә шулай булмаһа, бөгөнгө система бөтөн кешелекте, тәбиғәтте һәләкәткә илтәсәк һәм кешелек донъяһы юҡҡа сығасаҡ.
– Һуңғы көндәрҙә алтынға хаҡтың төшөүе тураһында ла күп һөйләйҙәр. Баҡһаң, уның хаҡы 30 йыл элекке кимәлгә кире ҡайтҡан. Был Рәсәй иҡтисадында кире сағылыш тапмаҫмы?
– Алтын — шул уҡ аҡса һәм капитал системаһының бер өлөшө генә. Уның хаҡы ҡәҙимге башҡа тауар кеүек иҡтисадтың торошон тасуирлай. Әлбиттә, алтын хаҡының түбән төшөүе бөгөн иҡтисадтың көрсөккә килеп терәлеүенә ишара. Әйтәйек, нефткә хаҡтың төшөүе лә — ошоноң бер миҫалы.

Алтын балыҡ ҡына ярҙам итмәйәсәк

– Башҡортостандың бөгөнгө иҡтисади хәлен нисек баһалайһығыҙ? Ошондай ҡатмарлы мәлдә беҙҙең төбәк ниндәй өҫтөнлөктәре менән алдыра ала? Һуңғы йылдарҙа инвесторҙарҙың эшмәкәрлеге әүҙемләште – һеҙҙеңсә, был үҫеш өсөн терәк-таянысҡа әйләнә аламы?
– Башҡортостандың иҡтисады бөтә Рәсәй иҡтисадына туранан-тура бәйле, улар бер тамырҙан. Нефть һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡтарҙың хаҡына бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә ауыл хужалығының һәм үҙаллы хужалыҡтарҙың үҫешкәнлеге — халыҡтың тормошона терәк. Мин юғарыла атап үткән төрлө һәләкәтле күренештәргә ҡаршы тороу өсөн урындағы хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалырға һәм үҫтерергә тырышырға, шәхси хужалыҡтарҙы көсәйтергә, малды бөтөрмәҫкә кәрәк. Буталсыҡ осорҙарҙы, мәҫәлән, СССР тарҡалған заманды ауыл халҡы еңелерәк кисерҙе. Бының сәбәбе – улар эш хаҡына ғына күҙ төбәп торманы, шәхси хужалығында үҙ йүнен үҙе күрҙе.
– Ауыл хужалығына әйләнеп ҡайтҡанда... Бөгөн унда тормош әллә ни маҡтанырлыҡ түгел, күптәр, нигеҙҙә, 10 мең һум эш хаҡына күҙ төбәп тора. Ошоноң арҡаһында, бигерәк тә ир-егеттәр, эш эҙләп, Себергә китергә мәжбүр, ҡалаға юллана. Бының аҙағы беҙҙең халыҡ өсөн күңелһеҙ тамамланмаҫмы?
– Бында бөтәһен дә еңел генә хәл итә торған тәҡдим биреүе ҡыйын. Тылсымлы таяҡ менән алтын балыҡ ярҙам итмәйәсәк. Һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш. Иң элек урындағы шәхси хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ бер-берең менән алыш-биреш итеү мөмкинлеге биргән тауарҙар етештерергә мөмкин. Кемдер йәшелсә-емеш үҫтерә, кемдер — иген...
– Йәғни, бәләкәй төбәк иҡтисады булдырыу зарур...
– Эйе, бәләкәй төбәк иҡтисады системаһын булдырыу мотлаҡ. Аҫтан берләшеү мөһим, ә өҫтән, кемдеңдер мәжбүри рәүештә ҡушыуы арҡаһында түгел. Әүҙем кешеләр һәр төбәктә етерлек, шундайҙарҙы һайлап ҡуйып, уларҙың ҡанаты аҫтында берләшеп эшләй алабыҙ бит. Әммә быларҙы атҡарыу өсөн халыҡтың үҙаңы үҫергә, тәрбиә юғары кимәлдә алып барылырға тейеш. Шул мәлдә генә халыҡ үҙ көнөн үҙе күрә аласаҡ һәм, ниндәй генә ҡыйынлыҡ булһа ла, еңеп сығасаҡ, бәләгә тарымаясаҡ.
– Пенсия реформаһы тураһында һуңғы мәлдә күп һөйләйҙәр. Һеҙ ошондай реформаларҙы нисек баһалайһығыҙ, улар халыҡ ышанысын бөтөнләй юҡҡа сығара торған саралар түгелме?
– Был да иҡтисадтың хәленә туранан-тура бәйле. Бөгөнгө пенсионерҙарҙың пенсияһы бюджеттан, йәғни кемдеңдер табышына һалынған һалымдан тулылана. Иҡтисад юҡҡа сыҡһа, пенсия ла бөтәсәк бит, шуға күрә пенсионерҙарҙың хәле лә иҡтисадтың торошона бәйле. Ә был тармаҡтағы реформалар бөгөнгө пенсионерҙарға түгел, ә киләсәктә хаҡлы ялға сығасаҡ кешеләргә ҡағыла. Көнбайышта пенсия системаһы йөҙәр йыллап эшләй һәм бик һәйбәт һөҙөмтә бирә. Әммә бындай яйлы системаны булдырыу еңелдән түгел. Үҙҙәренә пенсия туплай башлаһындар, уның торошон даими күҙ уңында тотһондар өсөн, йәштәрҙе бөгөндән ошо системаға ылыҡтырыу, уның нисек эшләүен төшөндөрөү зарур.
– Йәғни, һәр кем пенсияһына тик үҙе хужа булырға һәм уның торошон даими иғтибар үҙәгендә тоторға тейеш инде. Дәүләттән көтөп ятыу — бөгөн, тимәк, аҡылһыҙлыҡ?
– Әйтәйек, элек йөҙәр йылдар буйы беҙҙең атай-олатайҙар берәүҙән дә пенсия көтөп ятмаған. Хатта эш хаҡы ла, уны түләргә ашҡынып торған колхоз да, совхоз да булмаған. Хөкүмәттән, дәүләттән берәү ҙә бер нәмә лә көтмәгән. Килеп, булғанын талап, өҫтәмә һалым һалып, йә әрмегә алып китмәһәләр ине, тип ҡурҡһалар-ҡурҡҡандарҙыр. Ә теләнселәп, һоранып ятмағандар. Шуға ла атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә ҡарағанда күпкә йүнселерәк, сосораҡ һәм әүҙемерәк булғандыр тигән фекерҙәмен.
– Яңыраҡ "Форбс" журналы илдең иң бай бизнесмендарының сираттағы исемлеген төҙөнө. Баҡһаң, тигеҙһеҙлек кимәле буйынса Рәсәй башҡаларҙан бер башҡа юғары тора. Ул беҙҙең йәмғиәтте упҡынға этәреүсе фактор түгелме?
– Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр мин күрәҙәләгәндәр дөрөҫкә сыҡты. Илдең шәхси байлығының күпселеге бөгөнгө олигархтарҙың ҡулында булыуы — ғәҙелһеҙлектең иң юғары нөктәһе. Аҡса һәм капитал хакимлыҡ иткән системаның паразит икәнлеген раҫлаусы сираттағы күренеш кенә был.
– Әммә улар араһында ла бөтә туплаған мөлкәтен хәйриәгә ҡалдырырға ҡарар итеүселәр бар. Һеҙ ошондай башланғыстарға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Әлбиттә, олигархтар араһында, һис шикһеҙ, үҙенең паразит икәнлеген уйлап та бирмәгәндәр байтаҡҡа күберәк. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙә намыҫ, иман, әхлаҡ тигән төшөнсәләр юғалмаған әле. Шуға ла уйланыусылар, фекер йөрөтөүселәр юҡ түгел. Кешелек донъяһы һәләкәткә табан бара – был уларҙы ла борсомай ҡалмай. Йәшәргә бит бер нисә миллион доллар ҙа артығы менән етә. Әгәр кешелек донъяһы һәләкәткә тарыһа, был уларҙың балаларына ла ҡағылмай ҡалмаясаҡ, ошоно ла иҫтән сығарырға ярамай.
– Тимәк, яҡшыға өмөт бар?
– Өмөт һәр саҡ бар, әммә был осраҡта бик аҙ, әлбиттә. Олигархтарҙың күпселек өлөшө үҙ мөлкәтен ил, йәмғиәт, халыҡ файҙаһына ҡулланырға һис тә ынтылмай. Бындай аҡса хакимлығына ғына ҡоролған система үҙенән-үҙе генә бөтмәйәсәк. Әгәр ҙә юғары даирәләр аҡыл менән эш итмәһә, бөгөнгө хәлдең ниндәйҙер революцион күренеш булдырыуы ихтимал. Ә күпселек халыҡҡа ҡораллы революция һәләкәт кенә килтерәсәк. Ундай хәл һис тә беҙгә түгел, илебеҙ дошмандарына ғына кәрәк. Шуға күрә, беренсенән, дәүләтебеҙгә идара итеүсе даирәләр, байлыҡ хужалары ундай хәлде булдырмаҫҡа тырышырға тейеш. Икенсенән, бындай хәл килеп тыуғанда ла, уны тыныс, ҡоралһыҙ, эволюцион ысулдар менән, демократияны, һайлау системаһын, бер-береңә теләктәшлекте үҫтереү аша юлға һалырға тырышырға кәрәк. Әгәр шулай булмаһа, Нострадамустың "кешелектең өстән ике өлөшө бер ваҡыт һәләк буласаҡ, ҡалғандары үҙенең Ватаны һәм тыуған йорто ҡайҙа икәнлеген онотасаҡ" тигән фаразының тормошҡа ашыуы ихтимал.
– Әммә йәшәйештең асылы көрәштә бит?
– Тап шулай. "Титаник" кинофильмын ҡарағанһығыҙҙыр. Унда миңә ныҡ тәьҫир иткән ике урын бар... Беренсеһе шул: карап батып барған мәлдә лә төп героиня Розаның кейәү егете — бай бизнесмен Хокли, үҙенең көнләшеү үсен ҡандырырға тырышып, ярлы рәссам Джек Доусонды һәм уға ғашиҡ булған был ҡыҙҙы һәләк итеү өсөн пистолет тотоп, ҡотороноп баҫтырып йөрөй. Бына кеше ниндәй түбәнселеккә һәм яуызлыҡҡа барып етә ала. Икенсеһе (күптәр быға иғтибар ҙа итмәй) — һәләкәт мәлендә музыканттар үҙҙәрен нисек тота? Бөтәһе лә ҡотолорға тырышып, тик үҙ мәнфәғәтен ҡыуып мәж килгәндә, улар классик музыка әҫәрҙәрен уйнауын дауам итә. Ошондай ҡот осҡос мәлдә лә кешеләрҙең күңелен йыуатырға, тынысландырырға, артыҡ паникаға бирелмәҫ өсөн ышаныс бирергә тырышып, кешелек сифатын юғалтмай, сикһеҙ рух ҡаһарманлығы күрһәтеп ҡорбан булалар. Улар ҙа ҡотолоу яғын ҡарарға тейеш кеүек тә бит. Был да кеше йөрәгендә изгелек сатҡыһы булғанда, уның ни тиклем ҡаһарманлыҡҡа бара алыуын күрһәтә. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, халҡыбыҙ һәм илебеҙ именлеге өсөн һәр кем үҙ урынында аҡылынан һәм ҡулынан килгәнсә тырышып эш итергә тейеш.


Вернуться назад