Дәртләнеп эшләйҙәр, сәмләнеп ярышалар08.06.2013
Дәртләнеп эшләйҙәр, сәмләнеп ярышаларСТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА АУЫЛ ЭШСӘНДӘРЕ КӨС ҺЫНАШТЫ
Маруся үҙенең конкурста ҡатнашасағын белеп, ахыры, тояҡтарын тигеҙләп баҫҡан да ипле генә көйшәп тора. Ара-тирә хужабикәһенә ҡарап, «Ҡайғырма, апай, еңеп сығырбыҙ» тигән һымаҡ мөңрәп ҡуя үҙе. Ғөмүмән, 13 хужалыҡтан килгән һауынсы-бәйгеселәр һәүкәшкәйҙәре менән шулай «һөйләшә-һөйләшә» район беренселегенә әҙерләнә, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлаша.
…Саҡ ҡына ситтәрәк малдарҙы яһалма ҡасырыусылар йыйылған. Эштә лә, уйында ла бына шундай берҙәм ул Стәрлетамаҡ районы халҡы!

Һәүкәшкәйҙәр тупланған, ҡорамалдар ҙа әҙер. Ярышҡа стартты район хакимиәте башлығы Раэль Рәхмәтуллин үҙе бирә:
– Стәрлетамаҡ ерендә малсылар, игенселәр борон-борондан абруй ҡаҙанды. Был изге йола әле лә дауам итә. Аҙыҡ-түлек етештереүҙә уларҙың өлөшө шаҡтай. Малсыларыбыҙ өмөттө һәр саҡ аҡлап килә – улар инде 13 йыл буйы республикала беренселекте бирмәй. Мәҫәлән, былтыр 40 мең тонна һөт һауылған, 13 мең тоннанан ашыу ит етештерелгән. Ҡоролоҡто иҫәпкә алғанда, был — яҡшы күрһәткес. Бөгөн иһә көнөнә 140 тонна һөт тапшырыла (бер һыйырҙан – 19-25-әр килограмм).
…Конкурс ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һауыттарға һөт йыйыла, жюри күләмен үлсәй, ҡуйылығын баһалай. Әйткәндәй, районда яңынан-яңы һауын технологиялары индерелә икән. Ғөмүмән, малсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ҡулайлашҡандан-ҡулайлаша бында.
Һауынсылар һөт йыйған арала һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыусылар ҙа тик тормай: махсус лабораторияла тәжрибә эшләп күрһәтә, һорауҙарға яуап бирә, малҡайҙарҙы әҙерләй.
…Ниһайәт, конкурстарҙың теоретик өлөшө лә, практик бүлеге лә артта ҡалды. Жюри ағзалары балдарҙы иҫәпләй. Еңеүсе итеп «Салауат» агрофирмаһы һауынсыһы З. Мотаһарова билдәләнә, яһалма ҡасырыусылар араһында беренсе урынды «Стәрлетамаҡ» ауыл хужалығы предприятиеһынан Г. Хәсәнова яулай.
Сәсеү эштәре һәйбәт тамамланыу ҡыуанысынан ярышҡа тракторсы-механизаторҙар сыға. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре республикала сәсеүҙе һәр йылдағыса беренселәрҙән булып тамамланы. Быйыл улар 84 мең гектар ергә орлоҡ һалған, шуның 53 мең гектарында иген культураһы сәселгән.
— Тракторың нисек, һабаның тейешле кимәлгә төшәме? – тип механизаторҙары тирәһендә урала хужалыҡ етәкселәре. Тракторсылар ҙа тик тормай – ҡеүәтле замана техникаһының йә тәгәрмәсен тикшерә, йә панель-приборҙарына күҙ һалып ала. Ғөмүмән, барыһы ла конкурс алдынан, баҫыу майҙанындағы һымаҡ уңыштың киләсәгенә өмөт итеп, бер аҙ хафалана. Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тиҙәр бит.
Шулай итеп, баҫыу буйлап саң туҙҙырып иң беренсе «тимер аттар» алға елә. Бураҙнанан кемуҙарҙан ҡарғалар селәүсен сүпләп килә, уларҙан ҡала ҡулдарына ҡағыҙ, үлсәү ҡорамалдары тотҡан жюри ағзалары төшөп алған.
Аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, судья бригадаһы кәңәшмәгә йыйыла. Ҡыҙыу бәхәстәр, һығымталар… Һәммәһе лә яҡшы һөрә, тик конкурс булғас, еңеүсеһе булыуы шарт, тигән берҙәм фекергә килә улар. Ә беренселек — «Рощинский» совхозы механизаторы Ф. Шәриповта.
…Конкурс тамамланыу менән бәйгеселәр таралышырға ашыҡмай әле. Ярыш, еңеү өсөн генә йыйылмаған бит улар бында – тәжрибә, һөҙөмтә менән уртаҡлашаһы бар, алдағы уңыштың нисек килеүен күҙаллап, фекер алышыу ҙа мотлаҡ. Шулай, эше лә, уйыны ла бер юлы инде уңған эшсәндәрҙең.


Вернуться назад