Былтырғынан яҡшыраҡ07.06.2013
Башҡортостандың 25 районында мал аҙығы әҙерләүгә төштөләр. Үлән 10 мең гектар майҙанда сабылған, был планда ҡаралғандың бер процентына тиң. Теүәл бер йыл элек был күрһәткес һигеҙ мең гектар тәшкил итә ине.

Нигеҙҙә бесән һәм сенажға кәзә үләне, йылҡы борсағы, люцерна һәм баҫыу күстерәһе әҙерләнә. Быйыл Саҡмағош, Өфө, Шаран, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Шишмә райондары хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү әүҙем бара. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле 1 мең тонна бесән һәм 3 мең тонна сенаж һалынған.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостанда 730 мең тонна бесән, шулай уҡ 2,1 миллион тонна сенаж һәм силос әҙерләү бурысы тора.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад